Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы тәүге етәксеһе, билдәле ғалим һәм журналистика ветераны Октябрь Вәлитов 80 йәшен билдәләне 28.11.2014

Күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Күгәрсен районында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, фән кандидаты һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. Йәштән баҫма һүҙ ҡәҙерен белеп үҫкән шәхес үҙен тәү сиратта журналист итеп тоя. Октябрь Вәлитов республиканың билдәле шәхестәре хаҡында тиҫтәләрсә очерктар ижад иткән. Әҙип өсөн ил киләсәге һәм йәш быуын өсөн яуаплылыҡ тойғолары һәр саҡ алғы рәттә тора.  

2000 йылдан алып БДУ-ның Нефтекама филиалын етәкләй.  Октябрь Кәли улы етәкселегендә уҡыу йорто филиалы үҫеш осоро кисерә. Филиалдың ғилми һәм матди-техник базаһы нығытыла. Әлеге ваҡытта бында 3 меңгә яҡын студент белем ала. Йәштәр өсөн 20-нән ашыу секция һәм студия, халыҡ статусы яулаған өс ижади коллектив эшләй. Уҡыу йортон тамамлаусылар республикала билдәле шәхестәр. Юбилей көнөндә улар остаздарына  рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.  Ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләү, илдең ғилми байлығын арттырыуға арнаған шәхес өсөн был иң оло баһа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика