Башҡорт Дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙан бөгөн байрам кәйефенә күмелде

Башҡорт Дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙан бөгөн байрам кәйефенә күмелде 23.01.2015

Аҡмулла исемен йөрөтөүсе уҡыу йортонда белем усағының тыуған  көнө һәм Изге Татьяна йәғни студенттар көнө билдәләнде.  

Байрам уңайынан бөгөн дәрестәр теҙмәһе лә  ҡыҫҡартылған. Килеп сыҡҡан буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн студенттар күркәм байрамға йыйылды. Улар ҙур теләк менән факультеттар бәйгеһендә ҡатнашты. Еңеүҙе иң дәртле йәштәр яуланы.  
Артабан байрамды шаян уйындар дауам итте. Егеттәр һәм ҡыҙҙар
саңғы шыуыуҙа, мәргәнлектә, тиҙлектә көс һынашты. Университеттың тыуған көнө уңайынан байрамда ҡатнашыусыларға тәмле торт менән һыйланды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика