Баш ҡаланың күп ҡатлы йорттары араһында уҙғарылған «Иң яҡшы подъезд» конкурсында беренсе урынға  Мөбәрәков урамының 9-сы һанлы йортонда йәшәүселәр лайыҡ булған 30.12.2016

Улар үҙ көстәре менән йортто тыштан да эстән дә матурлаған. Был йорт эргәһенән үткән һәр кем һоҡланыуын йәшермәй. Ике йыл элек урындағы халыҡ үҙ теләге буйынса подъездарына матур һүрәттәр төшөрә башлай. Был эшкә улар йәш быуынды ла йәлеп итә.

Фатир хужалары  подъезды ипкә килтереп, дәррәү һүрәт төшөрә башлағанда  конкурс тураһында уйлап та бирмәй. Инициатив төркөм етәксеһе Альберт Тимерғәлиев әйтеүенсә, улар өсөн иң мөһиме-  йәшәгән урындың таҙа, күңелле булыуы.
Шәхси йорттан айырмалы күп фатирлы торлаҡта йәшәүселәр тик берҙәм булғанда ғына бинаның эске һәм тышҡы яғын, тирә-яҡ биләмәне күркәм тота ала.
Был йортта йәшәүселәрҙең бай фантазияһына, зирәклегенә һоҡланырға ғына ҡала. Һәр бер һүрәт үҙенсәлекле: бында ауыл тәбиғәте, ә иң өҫкө ҡатта Салауат Юлаев һәйкәле.
Матурлыҡ тыуҙырыусыларҙың маҡсаттары ҙур. Улар киләсәктә буш урындарға һүрәттәр төшөрөргә,  яҙғыһын йорттоң тирә-яғын йәшелләндереп тағы ла конкурстарҙа ҡатнашырға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика