Баш ҡаланың 25-се мәктәбе Еңеү һәм үлемһеҙ полк байраҡтарын ҡабул итте 28.01.2015

Эстафетаны уларға 91-се мәктәптең почетлы ҡарауылы тапшырҙы. Хәрби әләм Бөйөк Еңеү көнөнә тиклем Өфөнөң бар мәктәптәрен дә урап сығасаҡ.

Еңеү байрағы эстафетаһы сиктәрендә мәғариф учреждениеларында ҡаһарманлыҡ дәрестәре, Бөйөк Ватан һуғышына арналған лекциялар, ветерандар менән осрашыуҙар ойошторола. Байраҡты ҡабул итеү уңайынан 25-се мәктәптә тантаналы линейка үтте. Унда ла билдәле фронтовиктар һәм тыл ветерандары саҡырылғайны. Был сара оло патриотик тәрбиәгә эйә, ти ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика