Баш ҡалала ялған араҡы һатыу осрағы асыҡланды

Баш ҡалала ялған араҡы һатыу осрағы асыҡланды 15.09.2015

Черниковканың күмәртәләп һатыу үҙәгендә «йүнселдәр»  шешәләргә билдәһеҙ спиртлы эсемлектәр ҡойоп һатҡан.

Ялған араҡының күләме, уның хужаһы ла әлегә билдәһеҙ. Оператив хеҙмәткәрҙәр келәттәрҙә тентеү үткәрә. Йәшерен цехтан башҡа урындарҙа ялған араҡы һатылыу-һатылмауын да полиция хеҙмәткәрҙәре  асыҡлаясаҡ.Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре әйтеүенсә, лицензия һәм башҡа документтары булыуға ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар еңел аҡса эшләргә булған. Билдәһеҙ спиртлы шыйыҡсаны улар ҡулланылған шешәләргә тултырып һатҡан.
Елена Паничева, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре: «Был ерҙә ялған араҡы булыу ихтималлығын беҙгә ҡулланыусылар шылтыратып әйтте. Ошонда  килеп контроль һатып алыу ойошторҙоҡ. Араҡының ялған икәнлеге ябай күҙгә күренеп тора. Акциз маркалары йыуылып бөткән, этикеткалар ҡулдан йәбештерелгән. Бер үк араҡы шешәләргә төрлөсә күләмдә ҡойолған. Хәҙер был кибеттең хужаһын асыҡлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика