Баш ҡалала тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмә үтте

Баш ҡалала тирә-яҡты таҙартыу буйынса өмә үтте 29.09.2014

Санитар таҙалыҡ айлығы сиктәрендә ойошторолған экологик акцияла тәбиғәт торошона битараф булмаусылар, төрлө предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҡатнашты.

Шәмбе иртәһе юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн күңелле көй һәм яҡшы кәйеф менән башланды. Эшкә тотонор алдынан ҡыҙҙар һәм егеттәр йыйыштырыласаҡ территорияны билдәләне. Башҡорт дәүләт университеты студенты Айрат Юлгилдин кешеләрҙең тирә-яҡ мөхитте һаҡһыҙ бысратыуына тыныс ҡына ҡарай алмай. Дуҫтары менән берләшеп ул ҡаланы сүп-сарҙан таҙартыусы ирекмәндәргә ҡушылған.

Ағиҙел буйында - аяныслы күренеш. Ял итеүселәрҙән һуң яр сите сүплеккә әүерелгән. Бер нисә квадрат метр майҙандан ғына тиҫтәләп тоҡ сүп-сар йыйыла. Йәштәр зарланмай. Улар үҙ миҫалында башҡаларҙы ла өмәгә, иң мөһиме - тирә яҡты һаҡлауға йәлеп итергә теләй.

Санитар айлыҡ 10 октябргә тиклем дауам итә. Был осорҙа юлдар төҙөкләндерелә, ҡала урамдары, йылға буйҙары ҡыйҙан таҙартыла.

Ә бына Николай Кушнир өмә ойошторолғанын көтөп ятмай. Пенсионер һәр иртәһен кеше ҡалдырған ҡыйҙы йыйыуҙан башлай. Урман булһынмы, йылға ярымы - ҡайҙа барһа ла 80-де үткән уҙаман таҙалыҡ өсөн көрәшә.

Хәрәкәттә - бәрәкәт. Файҙалы шөғөлө ярҙамында ир йөрәк сиренән арынған. Табиптар уға йышыраҡ хәрәкәт итергә ҡушҡан. Күнекмәләр урынына ул тирә-яҡты таҙартыуҙы һайлаған. Тәненә - сихәт, йәненә рәхәт тапҡан шөғөлө башҡаларға ла өлгө булып тора.

Ярты көн эсендә - тонналап сүп. Йәштәр йәшәгән мөхиткә хужаларса ҡараш кәрәклеген үҙ өлгөһөндә иҫбатланы.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку