Баш ҡалала «фәрештәләр торбаһы» асылды 20.08.2015

Өфө ботаника баҡсаһында Бругмансия сәскә атты. Йылы климатта үҫкән гөл айырым тәрбиә талап итә. Бынан тыш, быйыл баҡсала башҡа үҫемлектәр ҙә күкрәп сәскә атҡан. Был йәй башында эҫе булып, һуңынан көндәрҙең ямғырлы булыуына бәйле, ти баҡса хеҙмәткәрҙәре.  

Бругмансия күкрәп сәскә атһын өсөн аҙнаһына бер тапҡыр баҡса хеҙмәткәрҙәре уға ашлама һибә. Өс йыл элек сәселгән гөл быйыл тәүгә сәскәгә күмелгән. Үҫемлек Америка Ҡушма Штаттарының көньяғынан килтерелгән. Уның сәскәләре эре ҡыңғырауға оҡшаған - 30 сантиметрға тиклем етә. Бругмансия сәскәләре атыр алдынан йәшел төҫтә була, һуңынан төрөнә ҡарап, башҡа төҫ керә башлай. Ҡышҡылыҡҡа гөлдөң тамырҙары ҡаҙып алынып йылыға ҡуйыла.
Надежда Рязанова, ғилми хеҙмәткәр: «Бругмансия ағыулы үҫемлек. Уны Америка Ҡушма Штаттарныда дауаланыу өсөн ҡулланалар. Хатта ошо маҡсатта плантацияларҙа үҫтерәләр. Ул орлоҡ һәм тамыр аша үрсей. Һуңғы ысул менән үрсеткәндә, гөл тиҙерәк сәскә ата».
Кискә табан был сәскәләрҙән бөжәктәрҙе ылыҡтырыусы хуш еҫ аңҡый башлай. Бругмансия эргәһендә декорация өсөн ултыртылған Лантана үҫемлеге лә ағыулы. Ул атып туҡтағас емеш бирә башлай. Ләкин ни бары матурлыҡ өсөн генә.
Был күп йыллыҡ сәскәләр талымлы түгел. Шуға ла уларҙы иһә баҡсасы үҫтерә ала.
Бында раузаларҙың йөҙҙән ашыу төрө үҫә. Эре сәскәлеләре лә, ваҡ сәскәлеләре лә, төрлө төҫтәгеләре лә... Раузалар бер ай элек сәскә ата башлаған, уларҙан хуш еҫтәр аңҡый. Сентябрь аҙағында атыу тамамланғас, раузаларҙың ҡыуаҡтары ҡырҡып алынып, төптәре ергә күмеләсәк. Ошондай ысул менән баҡса хеҙмәткәрҙәре сәскәләрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика