Баш ҡалала Өфө - 2 ҡаласығында быйылғы ҡаҙыныу эштәре тамамланды 08.09.2016

Һөҙөмтәләргә килгәндә ярайһы уҡ маҡтанырлыҡ та, ти археологтар. Йөҙҙәрсә табылған әйберҙәр араһында үҙенсәлеклеләре лә бар.

Был «Өфө - 2 ҡаласығында» табылған быйылғы тарихи әйберҙәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Һуңғы көндәрҙәгеһе тиһәң дә була. Улар араһында иң боронғоһо дүртенсе быуатҡа ҡарай. Тәңкә, кейем-һалым әйберҙәре иң ҡиммәтлеһенән һанала, ти археологтар. Сөнки уларҙың йәшен билдәләү еңел.
Ҡаласыҡта 2006 йылдан алып ҡаҙыныу эштәре бөгөнгәсә дауам итә. Йыл да төрлө тарихи әйберҙәр табылып тора. Әленән әле Өфө-2 ҡаласағының боронғолоғо раҫланы. Ҡомартҡылар комплексы Урта быуаттарҙа бында административ, сауҙа һәм мәҙәни үҙәк булған эре ҡала урынлашҡанлығы тураһында һөйләй. Уның барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләүҙә Византияның V быуаттағы алтын тәңкәһе һәм башҡа сит яҡтарҙан килтерелгән әйберҙәр оло әһәмиәткә эйә.
Быйыл ҡаҙыныу эштәре тап ошо урында үтте. 48 квадрат метр майҙанда керамик көршәктәрҙән алып, мал һөйәктәренә тиклем меңдән ашыу әйбер табыла. Шул иҫәптән дөйә һөйәге лә бар. Белгестәр уның ҡайҙан килеп сыҡҡанлығын асыҡлай. Был һөйәк тирәләй төрлө яҡлы фекерҙәр яңғырай.
Бәлки, Өфө буйлап үткән ҡарауан юлынан ятып ҡалғандыр, йә кем белә ҡасандыр был тирәлә дөйәләрҙең аҫралыуы бик ихтимал. Әлегә аныҡ ҡына яуап юҡ. Шулай ҙа, дөйә һөйәгенең табылыуы үҙенә күрә яңылыҡ та булып тора.
Әлбиттә, быйылғы ҡаҙыныу эштәренең һөҙөмтәле булыуы тик бының менән сикләнмәй. Мәҫәлән, был көршәк 18-19 быуаттарға ҡарай. Ул беҙҙең көндәргәсә ер аҫтында шул килеш һаҡланған.Өфөнөң тарихи урынында табылған әйберҙәрҙең күбеһе ғалимдар тарафынан тергеҙелгән, ә ҡайһы берҙәре әлегәсә сер һаҡлай. Белгестәр быйылғы археологик ҡаҙыныу эштәренә йомғап яһап, табылған әйберҙәрҙе өйрәнеү менән мәшғүл.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика