Баш ҡалала Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы региональ штабы ағзалары торлаҡ торошон күҙәтеү буйынса сираттағы рейдҡа сыҡты

Баш ҡалала Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы региональ  штабы ағзалары торлаҡ торошон күҙәтеү  буйынса сираттағы рейдҡа сыҡты 16.07.2015

Рейд барышында Геологтар урамында бер-нисә йорттоң Рәсәй торлаҡ кодексы талаптарына яуап бирмәүе асыҡланды.

Был йортта йәшәүселәр унда авария хәлендә тип танылған торлаҡтарына күскән. Тик яңы йорт йорт хужаларының шатлығ ыоҙаҡҡа бармай.
Соҡор-саҡырлы иҙәндәр буйлап йөрөү оло бер һынауға тиң. Хужалар йорттоң емерелеп, аҫҡы ҡатҡа төшөп китеүҙән ҡурҡа.
Альбина Исламова  был йортҡа ғаиләһе менән былтыр көҙ Черниковка биҫтәһенән күсеп килгән. Тик яңы йортта яңы тормош башларбыҙ тигән хыялдар селпәрәмә килде, ти ул.
Альбина Исламова, йортта йәшәүсе: «Дары мискәһендә улытрған кеүек йәшәйбеҙ.  Бына күрәһегеҙме, иҙәндәр емерелеү хәлендә, теләһә ҡайһы минутта емерелеп төшөп китеүеңде көт тә тор».
Бындай хәл һәр фатирҙа тиерлек күҙәтелә. Соҡорло иҙәндәрҙән тыш, башҡа кәмселектәр ҙә етерлек. Ванна бүлмәһе һәм бәҙрәфтә елләтеү системаһы эшләмәй, стеналар ҙа бына-бына емерелеп төшөү хәлендә.
Иҫке йорттарҙан күсеп килеүселәр яңы урында транспорт булмауына ла зарлана. Яҡын-тирәлә магазиндар ҙа юҡ.  Йорт алдында кейем элгес бауҙар булмауы, эргәлә генә сүп-сар өйөмө йыйылыуы тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты әлеге көндә Өфөлә биш, Стәрлетамаҡта ике йортто  тикшереп өлгөргән. Күпселек халыҡ торлаҡтарҙа йәшәү шарттарынан  ҡәнәғәт булһа ла, етешһеҙлектәр сығып ҡына тора ти.
Надежда Крылова,  Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан буйынса төбәк штабы рәйестәше: «Рейдтың төп маҡсаты  авария хәлендәге фатирҙарҙан күсеүселәрҙең яңы торлаҡ шарттары менән танышыу. Дөйөм алғанда, дәүләт һәм муниципаль власть алдында торған бурыстар үтәлә, тик хәлдәр тулыһынса ҡәнәғәтләнерлек түгел. Муниципаль хакимиәт  был мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итер тип өмөтләнәбеҙ».
Өфө ҡала хакимиәте был мәсьәләләр тураһында тәүгә ишетмәй. Ярҙамға килергә әҙербеҙ, тик төҙөүсе компания ғәйебен иҫбат итергә генә кәрәк тиҙәр.
Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәте вәкиле:  «Етешһеҙлектәрҙе күрһәткән акт яҙып,  уны йорт төҙөүсегә бирергә кәрәк. Төҙөүсе компания  бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып, кәмселектәрҙе бөтөрөргә бурыслы».
Халыҡ фронты ағзалары Нефтекама ҡалаһының Әмзә ауылында ла авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы буйынса төҙөлгән һигеҙ йортта ошондай уҡ етешһеҙлектәр тапҡан. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, йорттарҙың нигеҙе емерелә, стеналар күгәрә, ә планировка бөтөнләй төҙөү ҡағиҙәләренә тап килмәй. Бындай ауырлыҡтарға  етмештән ашыу ғаилә тарыған.
Надежда Крылова, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан буйынса төбәк штабы рәйестәше: «Өйҙәрҙең бейеклеге ике метрға етмәй, бүлмәләрҙе бөтөнләй тәғәйенләнеше буйынса файҙаланып булмай, диван йә башҡа мебель ҡуйыу мөмкин түгел».
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары махсус программа буйынса төҙөлгән һәр йортто тикшерергә  иҫәп тота. Авария хәлендәге йорттан  тағы ла насарыраҡ шарттарға күсеп килеүгә тиҙ арала сик ҡуйылыр, тип ышана улар.  
Әлфиҙә Ҡансурина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку