Баш ҡала урамдарында «Юл приставы» аппарат-программа комплексы эш башланы 25.09.2015

Система үтеп барған автомо¬би¬л¬дең номерын «уҡып» бер-нисә секунд эсендә «тимер ат» хужаһының штрафын, бурысын асыҡ¬лай. Бөгөн Суд приставтары хеҙмәте менән бергә беҙҙең ижади төркөм дә рейдҡа сыҡты.

Был аппарат тикшереүе аша тиҫтәләрсә машина үтә. Әгәр комплекс бурыслыны асыҡлаһа, сигнал бирә һәм был гражданин тураһында тулы мәғлүмәт мониторға сығарыла.
Юл штрафтарын түләүҙән ялтаныусыларҙы, коммуналь хеҙмәт, кредит өсөн ваҡытында иҫәпләшмәүселәрҙе, алимент түләмәүселәрҙе ҡоролма шунда уҡ асыҡлай . Баш ҡаланың "Үҙәк баҙар" эргәһендә генә мәҫәлән, бер сәғәт эсендә тиҫтәләп водитель туҡтатылды. Суд приставтары әйтеүенсә, күптәр штра¬фын урында уҡ түләүҙе хуп күрә.
Азат мирғәзиев, Федераль суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан  идаралығының әйҙәүсе белгес-эксперты: «Был система серле асҡыс менән һаҡланған. Шуға ла базаға инеү мөмкин түгел. Кеҫә телефондарына һәм башҡа заманса ҡоролмаларына ла тәьҫире юҡ».
«Юл приставы» аппарат-программа комплексы эшләй башлағандан алып 321 бурыслы асыҡланған. Миллион 250 мең һумлыҡ мөлкәт тартып алынған. Уларҙың 14-е автомобиль.
Әйткәндәй, Башҡортостандың ете меңдән ашыу гражданына Рәсәйҙән ситкә сығыу тыйылған. Уларҙың 100-ҙән ашыуы һалым түләмәүселәр. Федераль суд приставтары  идаралығы мәғлүмәттәре буйынса тыйыу тураһындағы ҡарар кешенең бурысы 10 меңдән ашҡан осраҡта ҡулланыла. Шуға ла белгестәр «Юл приставы» аппараты комплексына эләгеп, «тимер атһыҙ» ҡалмаҫ өсөн штрафтарҙы ваҡытында түләргә саҡыра. Шулай уҡ, суд приставтары кеҫә телефоны, автомобиль кәрәк-яраҡтарын да тартып алырға хоҡуҡлы.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика