Баш ҡала ҡунаҡханаларының береһендә янғын сығыу сәбәпле халыҡ эвакуацияланды 07.04.2015

Ҡотҡарыусылар халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек сиктәрендә халыҡ күпләп йөрөгән, шул иҫәптән сит ил ҡунаҡтары урынлашасаҡ биналарҙа күнекмәләр уҙғара.

Сценарийға ярашлы, ҡала уртаһында урынлашҡан ҡунаҡхананың алтынсы ҡатында янғын сыға. Ҡотҡарыусылар был турала күнекмәләр башланғас ҡына хәбәр ала. Отелдәрҙең торлаҡ йорттарҙан айырмалы бер типта булмауы ла ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Янғын һүндереүселәр урындағы персонал менән тиҙ арала бәйләнешкә инеп эш башларға тейеш. Ҡотҡарыусылар үҙҙәрен төрлө шарттарҙа ла ойошҡан рәүештә эш итә алыуын тағы бер иҫбатланы. Әммә, ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәлдәргә тейешенсә әҙер булмай сыҡты. Янғын ваҡытында ни эшләргә кәрәклеген күптәр белмәүе асыҡланды.
Салауат Миһранов, янғын һүндереү хеҙмәте етәксеһе: «Ҡотҡарыусылар үҙ эшен яҡшы башҡарҙы. Персонал хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өслөк кенә белә. Бәлки, был кадрҙарҙың йыш алмашыныуына бәйлелер. Улар менән уҡыуҙар үткәрәсәкбеҙ. Саммиттарға тиклем яңы төҙөлгән бар ҡунаҡханаларҙа ла ошондай күнекмәләр уҙғарыласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика