Баш ҡала маршруткаларында ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдары урынлаштырыласаҡ

Баш ҡала маршруткаларында ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдары урынлаштырыласаҡ 22.04.2017

Май урталарына тиклем йөҙгә яҡын автобуста карта менән иҫәпләшеп буласаҡ. Яҡын киләсәктә терминалдар ете йөҙләгән йәмәғәт транспортына урынлаштырыласаҡ.

Был алым пассажирҙар хәрәкәтен көйләү, арттырыу һәм тарифтарҙы күҙәтеү йәһәтенән дә отошло буласаҡ, ти белгестәр. Иң мөһиме билет өсөн йыйылған аҡсалар  юғалмаясаҡ.  Сөнки  йәмәғәт транспорты хужалары Һалым дан ҡасып  килемде легаль юл менән күрһәтмәй. Ике йыл эсендә маршрут автобустарында ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙе етмеш процентҡа еткерергә иҫәп тотола.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика