Баш ҡала мәсеттәрендә лә изге күңеллеләр - Рамаҙан айын ғорур үткәреүселәр тәбрикләнде

Баш ҡала мәсеттәрендә лә изге күңеллеләр - Рамаҙан айын ғорур үткәреүселәр тәбрикләнде 17.07.2015

Иман йорттарынан халыҡ көн дауамында өҙөлмәне. Намаҙ уҡыу, хәйер-саҙаҡа таратыуҙан тыш, Ураҙа Ғәйетендә мул һыйлы өҫтәлдәр ҙә әҙерләнә.

Хәйруллиндарҙың ҙур ғаиләһе төшкө табынға әҙерләнә. Өҫтәл түренә Ураҙа ғәйетенә салынған ҡорбан итенән тәмле былау ҡуйыласаҡ. Рамаҙан айы һынауын ғаиләлә барыһы ла тиерлек үткән. Кескәй малайҙар Салауат менән Сөләймән дә Ҡөрьән аяттарын яттан белә.
Ураҙа Ғәйетендә табын мул булырға тейеш. Был ғаилә бәхете, именлеге билдәһе. Иман юлында бигерәк тә күрше-күлән менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Туғанлыҡ, татыулыҡ төшөнсәләрен оноторға ярамай.
Иман йортонда ла милләттәргә бүленеш юҡ. Башҡортостандың мөһим рухи һәм мәҙәни байлығы - дингә тигеҙ ҡараш булдырылған. Мосолмандар бар ерҙә лә бергә һәм берҙәм. Ураҙа байрамы иртәһен Ләлә мәсетендә ҡаршылаусылар күп булды. Вәғәз, Ҡөръәндең аят-доғаларын тыңларға меңдәрсә кеше килде.
Ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе, файҙаһы ҙур. Аш-һыуҙан тыйылыу - бер, иң мөһиме - насар уйҙарҙан арыныу. Был һынауҙарҙы үтергә мөмкин. Бигерәк тә, быйылғы Ураҙа Ғәйете еңел үтте, ти мосолмандар.
Ә бына ғаилә менән бергә Ураҙа тотоуы күпкә еңелерәк,- ти Әнисә Миңлеәхмәтова. Бер береңә ярҙам итәһең. Оло ҡыҙы Гүзәл бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән баш тартһа, ҡатын эҫе көндәрҙә  Ураҙаны бер аҙға туҡтатып торған.  
Рамаҙан айында  башҡарылған һәр изге эшкә кәмендә ун тапҡыр сауап яҙылһа, Ураҙа тотоу мосолмандарға күңел тыныслығы, рух ныҡлығы өҫтәй.
Баш ҡала иман йорттары халыҡ менән тулы ине. Респубиканың башҡа төбәктәренән килеүселәр күп булды.  Иҫәнлеккә, һаулыҡҡа доғалар уҡылды, хәйер-саҙаҡалар таратылды. «Ғофран» мәсетенә йыйылыусылар бер-береһе менән аралашып ҡына ҡалманы,  былауҙан да ауыҙ итте. Изге байрамда көр күңел, күтәренке кәйефтән тыш, өҫтәлдә аҙыҡтың мул булыуы мотлаҡ.
Ураҙаның тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Рамаҙан айында сабырлыҡҡа, миһырбанлыҡҡа өйрәнәһең. Ә инде изгелек ҡылыу, кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыу, мохтаждарға ярҙам итеү дини байрамдарҙа ғына түгел, көн һайын башҡарылырға тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика