Банандар һарғайған, лимондар өлгөргән, папайялар бешкән

Банандар һарғайған,  лимондар өлгөргән, папайялар бешкән 24.06.2015

Өфө лимонарийында экзотик  емеш-еләктең уңыш биргән осоро.

Өфө лимонарийы иң матур мәлдәренең береһен кисерә. Күп үҫемлектәрҙең әле шау сәскәгә күмелгән сағы, емеш-еләктәрҙең ҡайһы бер экзотик төрҙәре  өлгөрә башлаған.  Күптән түгел генә банандар һарғайған. Был емеште Өфө баҡсаһында әле  бер-нисә йыл ғына үҫтерәләр. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә,  ун һигеҙ ай эсендә банан тулыһынса емеш бирерлек була.
Быйыл лимонарийҙа тәжрибә маҡсатында  лимондарҙың  тағы бер төрө ултыртылған. Яңы сорт Комаров исемендәге Санкт-Петербург ботаника баҡсаһынан килтерелгән.                      
Лимонарийҙа тағы бер ҡыуаныслы хәл, беҙҙең климат өсөн ят һәм экзотик булған папайя  мул уңыш биргән. Ҡарап тороуға ташҡабаҡты хәтерләткән емеш йөрәк һәм башҡа бик күп ауырыуҙарға дауа булып тора.
Лимонарийҙа шулай башҡа еләк-емештәр ҙә күп. Экзотик үҫемлектәрҙе туплаған баҡсанан халыҡ өҙөлмәй.
Әлфиҙә Ҡансурина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку