Балаларҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителергә тейеш

Балаларҙың хәүефһеҙлеге тәьмин ителергә тейеш 05.10.2015

Был турала бөгөн Республика башлығы  координация советы ултырышында белдерҙе. Фекер алышыуҙа мәғариф, хоҡуҡ, һаулыҡ һаҡлау  органдары  етәкселәре  ҡатнашты.  Сентябрь аҙағында Өфөлә 5-се синыф уҡыусыһының фажиғәле рәүештә  һәләк булыуы  балаларҙың именлеге һағында тороусы структураларҙың эшләп етмәүен күрһәтте.  Енәйәтселек менән бәйле ҡатмарлы хәлде төҙәтеү берҙәм һәм ныҡлы эшмәкәрлек талап итә, тине  Рөстәм Хәмитов.

11 йәшлек Виолетта Токарчуктың үлеме бөтә Республиканы тетрәндерҙе. 5-се синыфта ғына уҡыған ҡыҙҙың ғүмере   мәктәпкә китеп барышлай өҙөлдө. Виолеттаның кәүҙәһен  белем усағынан йыраҡ түгел гараждар араһынан таптылар.   Оперативниктар  енәйтсенең эҙенә тиҙ төштө, 35 йәшлек Александр Валеткин ҡулға алынды. Тик ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыуанысы булған бәләкәй ҡыҙҙың ғүмерен генә кире ҡайтарып булмай.  
Май айында Кумертау ҡалаһында  5 кешенең ғүмере ҡыйылыуы, улар араһында бәлиғ булмаған өс үҫмерҙең булыуы, былтыр августта Иглиндең Көҙәй ауылында 15 йәшлек үҫмерҙең  3-сө синыф малайын теге донъяға оҙатыуы,   Нефтекамала  уйнарға сыҡҡан 11 йәшлек  малайҙы  вәхшиҙәрсә үлтереп күмеп китеүҙәре,  Белоретта   наркоман ирҙең 6 йәшлек малайҙы башына балта менән һуғып үлтереүе.  Балалар менән бәйле енәйәттәрҙе  һанай китһәң  сәстәр үрерлек.  Бер яҡлауһыҙ кескәйҙәр ҡорбанға әйләнеп кенә тора.  
Бөтә йәмәғәтселекте тетрәндергән был фажиғәләр ресупбликала хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү кәрәклеген иҫбатланы.  Статистика мәғләүмәттәре лә ошо хаҡта һөйләй. Йыл башынан Башҡортостанда бәлиғ булмағандар менән бәйле  2 меңдән ашыу енәйәт осрағы теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был алдағы йылдар менән сағыштырғанда күберәк.  Шуға күрә бөгөн  мәсьәләнең координация советы ултырышында уртаға һалып тикшерелеүе, хәл итеү юлдары барланыуы осраҡлы түгел.
Республика башлығы  ултырышты асып  тәүҙә Виолетта Токарчук менән булған фажиғәне иҫкә алды.  Бөтә республиканы  шаҡ ҡатырған был ваҡиға балалар хәҙефһеҙлеге менән бәйле  хәлдең ҡатмарлы булыуын күрһәтте, тине Рөстәм Хәмитов. Ултырышта  билдәләнеүенсә, енәйәтселек осраҡтары айырыуса  Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалаларында, Әлшәй, Благовещен, Дыуан, Иглин райондарында йыш теркәлә.  Йәмәғәтселектең ышанысын яңынан яулау еңел булмаясаҡ.  Йәш быуындың именлеге өсөн көрәш  ҡәтғи, берҙәм барырға тейеш.  Был эшкә бөтә структураларҙы ла йәлеп итеү мотлаҡ, тәү сиратта патруль ойоштороу, был эшкә халыҡ дружиналарын йәлеп итеү мөһим.  
Был фажиғәнән  һуң белем усаҡтарында  уҡытыусыларға һәр бер ата-әсә менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу бурысы ҡуйылған. Бала мәктәпкә килмәгән осраҡта  педагогтар шунда уҡ  заң ҡағырға тейеш.
Шулай уҡ белем усаҡтарында ла турникеттар ҡуйыу  мәсьәләһе күтәрелә. Республика башлығы ҡушыуына ярашлы  әле мәктәптәр янындағы гараждар һәм башҡа ҡоролмалар һүтеп алына. Әммә бына был асарбаҡтың бер кәртәһеҙ  белем усағының  ихатаһына инеп китеүен һәм уны бер кемдең дә ҡыуып сығарыуын иҫәпкә алғанда  күҙәтеү эшен ныҡлап йәнләндереү  кәрәклеге көн кеүек асыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика