Балалар майҙансығы ҡайҙа булған?

Балалар майҙансығы ҡайҙа булған? 14.04.2015

Өфөнөң Николай Дмитриев урамындағы 21/1  йорт алдындағы балалар майҙансығы урынында хәҙер автомобиль ҡуйыу урыны. Ни өсөн күп ҡатлы йорт биләмәһен үҙгәртер алдынан халыҡтың теләге иҫәпкә алынмаған?  

Гөлшат йәш ярымлыҡ ҡыҙы менән урамға саф һауа һуларға ғына сыға. Йорт алдында рәхәтләнеп уйнар өсөн  балалар майҙансығы юҡ.   Дөрөҫөрәге,  турник, ҡом майҙансығы  булған, хәҙер уның урынында   асфальт һәм еңел автомобилдәр.
Гөлшат Исламова,  Николай Дмитриев урамындағы 21/1 йортта йәшәүсе: «Йорт эргәһендә йөрөргә, балаларға уйнарға бер ниндәй ҙә майҙансыҡ юҡ. Йорттоң артында бысраҡ,  эргә-тирә машиналар менән тулған. Ошо берҙән-бер урынды ла  автомобиль ҡуйыу урыны иттеләр».
Инна Рафиҡова, Николай Дмитриев урамындағы 21/1 йортта йәшәүсе: «Машиналар араһынан ырғый-һикерә йөрәйбөҙ инде, коляска менән. Сигнал биреп баланы уятып та ҡуялар».
Былтыр сентябрҙә балалар майҙансығынан ҡоролмалар һүтелә һәм ул  автомобиль ҡуйыу урынына  әүрелә. Күп ҡатлы  торлаҡта һәр фатирҙа тиерлек балалы йәш ғаиләләр йәшәй. Майҙансыҡты һүткәндә уларҙың фекере иҫәпкә алынмаған.
Ғөмүмән,  был- ике күрше йорттар араһындағы аңлашылмаусанлыҡ. Майҙанға Николай Дмитриев 21/2 һанлы йортта йәшәүселәр машина ҡуя башлаған.
Был хәл менән килешмәүселәр  төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡараған. Ләкин  Совет районы хакимиәте, торлаҡ хужалығы идаралығы, хатта прокуратурала ла уларҙың фекере яҡлау тапмаған.
Турник ҡалдығы, ҡом майҙансығы һәм бер эскәмйәне балалар майҙансығы тип атарға ла тел бармай. Әммә балалар хәҙер уныһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан. Сөнки  ҡоролмалар  ситкә сығарылып ҡуйған.   Күрәһең, тормош сәскәләре - сабыйҙарҙың шау-гөр килеп уйнауы кемгәлер ҡамасаулаған.
Әлбиттә, йылдан-йыл ҡалала машина һатып алыусылар  күбәйә. Тимер атты ҡуйыр урындар юҡ. Бынан күп йылдар элек  ҡала  проектын төҙөгәндәр   һәр ғаиләлә икешәр- өсәр еңел автомобиль булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәндер.  Етешһеҙлекте балалар  майҙансығы иҫәбенә төҙәтергә тырышыу  төптө дөрөҫ түгел.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку