Багратион операцияһына 70 йыл 25.07.2014

Багратион операцияһының 70 йыллығына яҡташтарыбыҙ Белоруссияны фашист илбаҫарҙарынан  азат итеү уңайынан сығарылған миҙал менән бүләкләнде.  Йәрмәкәй районында был дәүләт бүләге 5 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тапшырылды.

Яңыраҡ ҡына 98 йәшен билдәләгән  Абзалетдин олатай Нафиҡовҡа Белоруссиянан килгән миҙал тапшырыла. Йәшләй генә был илде фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан ветеран һуғыш мәхәшәрен әлегеләй асыҡ хәтерләй.
Йәрмәкәй районынан Белоруссияны фашистарҙан азат итеүҙең 70 йыллығына сығарылған миҙал менән 5 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бүләкләнде. Урындағы музейҙа уҙған тантанаға мәктәп уҡыусылары ла саҡырылды. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. Йәштәр оло быуын вәкилдәре миҫалында илһөйәрлек рухында тәрбиәләнергә тейеш, тигән фекерҙә ойоштороусылар.
Совет яугирҙары тотош  Европаға азатлыҡ алып килде. Оло быуын вәкилдәренең фашизмды  тар-мар итеүгә индергән өлөшөн донъя лайыҡлы баһаларға тейеш, тигән фекерҙә Йәрмәкәй районы ветерандар советы рәйесе Нуриәхмәт Маннапов.
Тиҙҙән кешелек донъяһы Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығын билдәләйәсәк. Был күркәм байрамды  сал сәсле яугирҙәрҙең барыһы ла күрмәүе ихтимал. Шуға ла илгә азатлыҡ бүләк итеүселәргә оло хөрмәт һәм ихтирамды, ниндәйҙер юбилей мәлендә генә түгел, ә хәҙер күрһәтеү мөһим, тип билдәләй  танатананы ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика