Баҡалы районының Иҫке Маты ауылында мәсет асылды

Баҡалы районының Иҫке Маты ауылында мәсет асылды 26.10.2015

Иман йортон ауыл халҡы үҙ көсө менән төҙөгән.

Мәсет һалыу эшен өс йыл элек Иҫке Маты ауылында йәшәүсе Рафаэль Ғүмәров башлап ебәрә. Ул бағыусылар табып, төҙөлөш материалдары һатып ала. Һуңынан изге эшкә тотош ауыл халҡы ҡушыла. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр төҙөлөштә ярҙам итә. Иҫке Маты ауылындағы берҙән-бер мәсет Совет осоро йылдарында емерелгән була. Иман йорто элеккеһенең  урынында тергеҙелде. Ауыл халҡы был ваҡиғаны түҙемһеҙләнеп көтөп алған.
Рафаэль Ғүмәров, мәсет һалдырыусы, хеҙмәт ветераны:  «Йома көндө төш күрҙем. Миңә ап-аҡ кейенгән ир мәсет һалырға ҡушты. Һин эшләмәһәң, бер кем дә эшләмәйәсәк тине. Шуға иман йортона нигеҙ һалырға булдым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку