Бүздәктә йәшәүсе 105 йәшлек беренсе  төркөм инвалидына район хакимиәте социаль найм буйынса торлаҡ биреүҙән баш тартҡан 14.05.2015

Йәнәһе лә, Суфия Ғәйнетдинова ун йыл буйы пенсияһын йыйып барһа, яңы торлаҡты үҙе лә һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Әлегә йөҙйәшәр туғандарында йәшәргә мәжбүр. Хәйер, уның башҡа барыр, төпләнер урыны ла юҡ.

Оҙаҡ йылдар колхозда бил бөккән Суфия Ғәйнетдинованың ғүмерҙән бәхете бар ҙа кеүек. Балалары, ғаиләһе булмаһа ла, ул яңғыҙы түгел. Ул туғандары ҡарамағында. Йөҙйәшәр ханым Мөнирә менән Фәүил Ғәйнетдиновтарҙың тәрбиәһендә 2004 йылдан алып йәшәй.
Ун бер йыл элек Фәүил Ғәйнетдинов Иҫке Бүздәк ауылына юллана. Инәһенең ниндәй шарттарҙа йәшәүен күреп, хафаға ҡала. 19-сы быуат башында төҙөлгән ағас йорт авария хәлендә була. Беренсе төркөм инвалиды унда 60-сы йылдарҙан алып донъя көткән. Яңғыҙы ғына. Уға тиклем был биләмәлә райондың автохужалығы хеҙмәткәрҙәре көн иткән.
Йортта йәшәү түгел, хатта, йөрөү ҙә хәүефле. Был урында элек мейес булған. Ул инде күптән емерек. Иҙәндә кирбес, сүп-сар ята. Түбә ишелергә тора. Стеналар ҡупҡан, тәҙрәләр ярыҡ хәлдә. Бында йәшәү өсөн бер ниндәй шарттар ҙа юҡ.
Башта йортто авария хәлендә тип танырға теләмәйҙәр, өс йыл элек кенә Уртакүл ауыл биләмәһе советы бында йәшәр өсөн  шарттар булмауын таный. 2013 йылда Суфия Ғәйнетдинованының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн иҫәпкә ҡуялар. Тик сират ҡына һаман етмәй.
Шулай уҡ йөҙйәшәргә торлаҡты үҙенә һатып алырға тәҡдим итәләр. Йәнәһе лә, ун йыл эсендә ул тейешле сумманы туплай ала. Ун ике мең һум пенсияһы менән түләй ҙә аласаҡ. Фәүил Ғәйнетдинов быға ҡаршы сыға: ғәҙеллек булырға тейеш!
116 йәшкә тиклем аҡса йыя ала. Ун йыл эсендә ул йыйырға тейеш 1 млн һум аҡса. Ашарға ла, кейенмәҫкә лә тейеш ошо ваҡыт эсендә.
Әлбиттә, торлаҡҡа бәйле бәхәс оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Бушҡа ғына булмаһын. Туғандары оло йәштәге ханым үҙ йортонда йәшәһен тип бара. Шул уҡ ваҡытта уны ярҙамһыҙ ҙа ҡалдырырға уйламайҙар. Суфия Ғәйнетдинованың хыялы ғына тормошҡа ашһын - йортло булыу.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика