Бүздәктә мал да эсмәҫ һыу аға 02.11.2016

Райондың Заготскот хужалығы ауылы халҡы торбаларҙан ҡомло, бысраҡ һыу ағыуына зарлана. Ҡыҙғанысҡа, яҡын тирәлә башҡа сығанаҡтар юҡ, шуға ла кешеләр һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып һыуҙы эсеүен дауам итә. урында йәшәүселәр уның зыянын кәметеү  юлдарын да уйлап сығарған.

Бөтә йән эйәләрен йәшәтеүсе һыуға Диновтар хәҙер шикләнеп ҡарай. Сәбәбе - уның сифатында. Айырыуса иртә менән торбаларҙан балсыҡ төҫлө һыу аға. Уны алған көйө генә  эсеп тә булмай.
Шуға ла хужалар биҙрәгә тултырған һыуҙы, ҡом уның төбөнә  ултырғансы, бер нисә сәғәткә  ҡалдырып тора. Аҙаҡ ҡына һыуҙы эсергә баҙнат итәләр. Уның ҡарауы, һыу һарғылт булғанға сәйҙе әҙерәк һалһаң да беленмәй, тип шаярта хужабикә.  
Был хәл  август айында дауам итә, ти урында йәшәүселәр. Халыҡ аңлатыуынса, водоканалға ла, ауыл хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткәндәр, ләкин уларҙың зарын ишетеүсе генә юҡ. Ә һыу өсөн квитанциялар ай һайын бер ҙә һуңламайса килеп тора.
Торбаларға һыу ауыл осонда торған махсус башнянан бирелә.  15 йыл самаһы элек сафҡа индерелгән ҡоролманың тимерҙәре тутығып, тишелә башлауына  ла аптырарға түгел.
Һыуҙың сифаты ниндәй булғанын баҫҡыстағы боҙ төҫөнән үк аңлашыла. Урындағы халыҡ аңлатыуынса, башня инде күптән иҫкереп, тишелеп бөткән, шуға ла һыу өҫтән кире ағып төшә, һәм ҡабаттан ер аҫтындағы резервуарға эләгә.
Һыу башняһын хеҙмәтләндереү өсөн Бүздәктең коммуналь сервис предприятиеһы яуаплы. Ләкин ойошма бары тик ҡоролманың өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итә, сафтан сыҡҡан насосты алмаштыра һәм башҡа ваҡ эштәрҙе башҡара ала. Капиталь төҙөкләндереүгә предприятиеның аҡсаһы юҡ.
«Комсервис» вәкилдәре шулай уҡ ауылдағы һыу сифатын даими контролдә тотоуын хәбәр итә. 24 августа тикшереүгә алынған һыу уның санитар нормаларға яуап биреүен күрһәткән. Ә бына ауыл хакимиәте мәсьәлә тураһында бөтөнләй хәбәрҙар түгел булып сыҡты. Биләмә башлығы һыуға бәйле мөрәжәғәтте алмауға һылтана.  Артур Низамов әйтеүенсә, киләһе йыл Заготскот хужалығындағы һыу башняһына капиталь төҙөкләндереү планлаштарыла. Тимәк урындағы халыҡҡа ни бары бер йыл түҙергә, йәғни эсәр һыуҙы алған һайын тоноҡландырып торорға кәрәк.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика