Бүздәк районының Түреш ауылында республика «Ҡаҙ өмәһе» үтте

Бүздәк районының Түреш ауылында республика «Ҡаҙ өмәһе» үтте 24.12.2015

Күркәм йоланы Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «Халыҡтар дуҫлығы йорто» һәм милли тарихи-мәҙәни үҙәктәр ойошторҙо.

«Ҡаҙ ҡанаты» йырын һуң йырлай башланылар тимәгеҙ, ҡар әҙ булғанға күрә, өмәне Мостаевтар ғаиләһе декабрь аҙағына ҡалдырған.  Йолаға ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙар төрлө ырым-юрауҙар хаҡында ла һөйләне. Йорт хужабикәһе тәүгеләрҙән булып «ҡаҙ ҡулдан төшөп китмәһен инде» тигән теләк белдерҙе.
Төп өмәселәр тип «Аҫылйәр» фольклор ансамблендә шөғөлләнеүселәр саҡырылғайны. «Ҡаҙҙар быйыл уңған, мамыҡтары тап-таҙа», - ти улар.
Ҡаҙҙың ҡанат-ҡаурыйҙарын йолҡҡанда алдағы йылда йәш ҡыҙҙың кейәүгә сығыуын, егеттең кәләш алыуын да юрағандар. Мостаевтар ғаиләһендә үткән байрамда ла өмәселәрҙең береһе улым өйләнә тип һөйөнөслө хәбәр еткерҙе.
Артабан эштең иң мәшәҡәтле, оҫталыҡ талап иткән өлөшө башланды. Өмәселәр ҡоштоң эсен ярып, таҙартҡан арала ҡыҙҙар-малайҙар ҡанат йолҡто, ҡауырһындарҙы йыйҙы. Балалар ҡулдарын мамыҡ аҫтына һалып, Яңы йыл теләктәрен еткерҙе.  
Бер аҙҙан көйәнтәләргә йолҡолған ҡаҙҙарҙың тос түшкәләрен парлап элеп, өмәселәр ауыл ситендә урынлашҡан яһалма быуаға юлланды. Балалар тәүгеләрҙән булып атланы. Улар матур ғәҙәт буйынса йорт хужаларына мал, ҡош-ҡорт ҡото теләп юлға ҡауырһын һипте.
Яурындағы йөктөң еңел булмауына ҡарамаҫтан, өмәселәр йырлашып, бейешеп  Түреш буйлап үтте. Ҡаҙҙарҙың һәр береһе алты килограмдай тарта.
Ҡаҙҙарҙы мәкелә сайҡатыу - йоланың айырылғыһыҙ өлөшө. Һыуыҡ һыуҙа улар таҙарып ҡына ҡалмай, бар насарлығы китә һәм оҙаҡ һаҡлана. Был күренеште ғәҙәттәгесә ауыл халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттә. Гармун моңдары бында ла тынманы.
Түрештә 800-гә яҡын кеше йәшәй. Һәр ғаилә ихата тултырып мал аҫрай, ҡош-ҡорт тота. Йәйгеһен урам буйы ап-аҡ мамыҡ менән тула икән.
Өмәнән һуң барыһы ла киске табынға йыйылды. Хужабикә йола буйынса һәр кемгә ҡош итенән өлөштәр әҙерләгәйне. Ҡунаҡтар йорт хужаларына киләһе йылға изге теләктәрен еткереп, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку