«Бөйөк Еңеүгә 100 көн» республика мәрхәмәт марафонынан бөгөнгә 73 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған

«Бөйөк Еңеүгә 100 көн» республика мәрхәмәт марафонынан бөгөнгә 73 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған 03.03.2015

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция 30 ғинуарҙа старт алғайны. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү өсөн төбәк халҡының, учреждениеларҙың һәм предприятиеларҙың, урындағы үҙидара органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының көсөн берләштереү сараның төп маҡсатынан һанала.

«Бөйөк Еңеүгә 100 көн» республика мәрхәмәт марафоны 9 майға тиклем дауам итә. Акцияға теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн  3443 һандарына «ПОБЕДА» һүҙен яҙып ебәреү шарт. СМС-хәбәр хаҡы 50 һум. Сара барышында йыйылған аҡсалар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәтеүгә һәм уларҙың сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку