Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды 04.05.2015

Был көндәрҙә беҙгә тыныслыҡ бүләк итеүсе яугирҙар ил етәкселәре һәм яҡындарының ҡотлауҙарын ҡабул итә. Туймазы ҡалаһында ла иҫтәлекле датаға етди әҙерләнәләр.

Ғизетдин Моталлапов донъялағы бар ваҡиғаларҙы ла күҙәтеп бара. Гәзит-журналдар, телевизорҙан бер яңылыҡты ла ситтә ҡалдырмай. Туғыҙынсы тиҫтәгә етеп килеүенә, мәхшәрле һуғыш ауырлыҡтарын татыуға ҡарамаҫтан, узаман әүҙем тормош алып бара. Ғизетдин Моталлапов 42-се йылда әрме хеҙмәтенә алына.  Кубань ҡазаҡтары һыбайлылар ғәскәренә эләгә.Еңеү көнөн Германияның Бранденбург ҡалаһында ҡаршылай.
Сергей Анисимович Бөйөк Еңеү көнө алдынан бар миҙалдарын да һаҡ ҡына таҙарта. Бөйөк Ватан һуғышына уҙаман 42-се йылда эләгә. Минск ҡалаһын немецтарҙан азат итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә.Әле Сергей Игнатьев бер үҙе йәшәй. Телевизорҙан сәйәси яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына.  
Сергей Игнатьев, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: «Украина өсөн ҡайғырам. Унда беҙҙең халыҡ буштан-бушҡа ҡырыла. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балаларҙың, оло йәштәгеләрҙең ғүмере өҙөлә. Йорттар емерелә. Бар ваҡиғаларҙы ла ҡарап барам. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас беҙҙе Японияға ебәрҙеләр. Унда барып етмәнек, Иркутск ҡалаһына килеп еткәндә Япония менән һуғыш тамамланғайны. Һуңынан Иркутсҡ ҡалаһында егеттәрҙән ишеттем,  улар бандэровецтар менән Яңы йылға тиклем һуғышҡан. Көнбайыш Украинала һәр ваҡыт шулай булды».
Туймазы ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек әүҙем бара. Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ветерандарға бүләктәр тапшыра, уларҙың йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһына.
Иң ҙур сара, ҡала үҙәктәрендә уҙасаҡ парад. Уны юғары кимәлдә ойоштороу өсөн республиканың бар райондары ла әүҙем эш алып бара.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку