Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә ярты йылдан ашыу ваҡыт бар

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә ярты йылдан ашыу ваҡыт бар 22.10.2014

Илебеҙ тарихындағы әһәмиәтле ваҡиғаны билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә бөгөн Башҡортостан ветерандары комитетының икенсе пленумы үтте.

Ултырышта ветерандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына  социаль-хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралды. Яу ҡырында ятып ҡалыусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, йәш быуынды хәрби хеҙмәткә әҙерләү  йүнәлешендә  Өфө, Салауат, Сибай, Ишембай, Дүртөйлө, Илеш һәм башҡа төбәктәрҙә  әүҙем эш алып барыла. Шул уҡ ваҡытта ветерандар комитеты эшмәкәрлеге һүлпәнерәк райондар ҙа етерлек. Был етешһеҙлекте бөтөрөргә ҡушылды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тейешле медицина хеҙмәте күрһәтеү, дарыуҙар, шифаханаларға юлламалар менән  тәьмин итеүҙе яҡшыртыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Яугирҙарҙың  сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара, шул уҡ ваҡытта һаман да һалдаттарса  аҙым менән атлап йөрөүсе, йәмәғәт тормошонда ҡайнаусы  ил батырҙары күңелдә һоҡланыу уята. Уларға байрамды лайыҡлы уҙғарыуҙа ҡатнашыу бурысы йөкмәтелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку