Бөрйән районында йәшәүсе ветеран Сәлихйән Дәүләтбирҙин һуғыш башланған көндө яҡшы хәтерләй

Бөрйән районында йәшәүсе ветеран Сәлихйән Дәүләтбирҙин һуғыш башланған көндө яҡшы хәтерләй 22.06.2015

Сәлихйән Дәүләтбирҙин  фронтҡа ингәндә винтовканан да тәпәшерәк була, уға ни бары 14 йәш тула. Ветеран  һуғыш  башланған мәлде бөгөнгөләй хәтерләй.  Ул ваҡытта телевизор, радио юҡ, Бөрйәнгә хәбәр бер көнгә һуңлап килеп етә. Бер төркөм егеттәр  ҡырҙан   ат менән баҫыу тырматып ҡайтып килгән була.  Һәм колхоз идараһы алдында өйөлгән халыҡҡа тап була, район үҙәгенән килгән уполномоченный һуғыш сығыуын хәбәр итә.

Сәлихйән Дәүләтбирҙинды  өлкәндәрҙең  дошмандарҙы тиҙ генә еңеп ҡайтабыҙ тигән һүҙҙәре борсоуға һала. Ул һуғышта ҡатнашып өлгөрмәйем тип ҡайғыра башлай һәм йәшен икәүгә өҫтәп яҙҙырып фронтҡа китә.  Әммә ут эсенә инеп өлгөрмәй, малярия ауырыуын йоҡтороп  госпиталгә эләгә. Икенсенән әсәһе лә ҡаты сирләп улын ҡайтарыуҙарын хәстәрләй һәм Сәлихйән Дәүләтбирҙиндиң йәше тулмауын хәбәр итә.  Хәрби комиссариат та   уның буйға бәләкәй  булыуына һәм ауырлығы 50 килоға ла тулмауына иғтибар итә һәм Бөрйәнгә ҡайтара. Әммә  егет тынсланырға уйламай, 18 йәше тулыу менән яңынан фронтҡа юллана һәм алғы һыҙыҡҡа барып эләгә.
Сәлихйән Дәүләтбирҙин   һуғыштан һуң хәрби бурысын үтәргә ҡала,  япон һуғышында ҡатнаша, тыуған яғына  6 йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайта. Ҡаһарман яугир тыныс тормошта ҡул ҡаушырып улттырмай,   һуғыш емереклектәрен тергеҙеүҙә ҡатнаша, ярты быуаттан ашыу ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә бағышлай, оҙаҡ йылдар Иҫке Монасип мәктәбе  директоры булып эшләй. Дәүләтбирҙиндар ғаиләһе 6 бала тәрбиәләп үҫтерә,  һуғыш ветераны әле балаларының, яҡташтарының ихтирамын тойоп йәшәй.  Яу  ҡаһарманының теләге бер - һуғыш булмаһын, йәш быуын тыныс тормоштоң ҡәҙерен белһен. Сал сәсле яугир үҙе лә тормош дәртен юғалтмай.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку