Бөрйән районында Шүлгәнташ мәмерйәһенең күсермәһе төҙөлә, проекттың хаҡы 180-200 миллион һум тирәһе

Бөрйән районында  Шүлгәнташ мәмерйәһенең күсермәһе төҙөлә, проекттың хаҡы 180-200 миллион һум тирәһе 19.06.2015

Был  Юнесконың Бөтә донъя  мәҙәни  ҡомартҡылары исемлегенә инеү өсөн эшләнә. Әле ғариза бирелгән.  Әммә халыҡ-ара комитеттың талаптары ла юғары. Уларға яуап биреү өсөн етди һәм оҙайлы эш талап ителә. Абруйлы исемлеккә эләгеү ҡағиҙәләре һәм  археология, йолалар, мифологияны өйрәнеү менән бәйле башҡа  мәсьәләләр  Бөрйән районында барған  халыҡ-ара симпозиумда  ҡарала.  Урал батыр төйәгендәге форумда  сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән билдәле ғалимдар ҡатнаша.  

Серле һәм  мөғжизәле Шүлгәнташ,  уның бөтә ҡитғаларға таратырлыҡ тарихы бар. Карст мәмерйәһендә  бынан  14-17 мең йыл элек  ҡыҙыл, көрән, ҡара охра менән төшөрөлгән һүрәттәр һаҡлана. Буяу составында хайуандарҙың ҡаны һәм майы табылған. Бындай мәмерйәләр   донъяла  бик һирәк. Юнеско исемлегенә эләгеү, халыҡ-ара туристик  маршрутҡа инеү Шүлгәнташты бөтә  Ер шарына танытыу мөкинлеге бирә. Тик Юнеско  мәмерйәне ябыуҙы талап итә, мәҙәни мираҫ фәнни тикшеренеүҙәр өсөн генә ҡулланылырға тейеш, ә туристар өсөн эргәлә Шүлгәнташтың теүәл күсермәһен төҙөргә кәрәк.  
Әле архитекторҙар күсермәнең проектын әҙерләй.   Майҙанға мәмерйәнән тыш бөтә Башҡортостан тарихы сағылыш табасаҡ. Сөнки тап Бөрйән ере менән данлыҡлы Урал батыр эпосы, башҡорт халҡының  мифологияһы, халыҡ ижады  бәйле. Белгестәр фекеренсә, был күренеш Бөрйәндә туризмды үҫтеререргә ярҙам итәсәк.
Симпозиумға  билдәле сит  ил һәм Рәсәй ғалимдары килгән, улар араһында  Франциялағы данлыҡлы Ласко,  Испаниялағы Альтамира мәмерйәләренең реставраторы Антон Эдаль Гийаме һәм башҡа билдәле тарихсы-археологтар бар.  Улар Шүлгәнташ донъяның мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә мотлаҡ  индереү кәрәк тип иҫәпләй.
Әлеге ваҡытта палеолит дәүерендәге һүрәттәр һаҡланған Көмбәҙ, Хаос, Тамғалар залына инеү сикләнгән. Унда фәнни  тикшеренеүҙәр алып барған ғалимдар ғына эләгә ала. Ябай туристар өсөн 1-се ҡатта һүрәттәрҙең күсермәһе эшләнгән. Сөнки  кешеләрҙең тын алышынан, тән йылыһынан мәмерйәләге температура үҙгәрә, был тәүтормош кешеләре яһаған һүрәттәрҙең юғалыуына килтереүе ихтимал.
Башҡорт халҡының бөтә доньяға танытыр кәсептәре лә бар, шуларҙың береһе-солоҡсолоҡ. Ҡунаҡтар был  тылсымлы күренеште иҫе китеп ҡараны. Солоҡсоноң ағас олононан  шифалы бал алыуы мөғжизәгә тиң.
Бөрйәндә боронғо ҡомартҡылар буйынса халыҡ-ара симпозиум тәүгә ойошторола.  Әммә Юнеско белгестәре, ғалимдар Шүлгәндә тәүге тапҡыр ғына түгел. Сөнки  халыҡ-ара комитеттың талаптары буйынса исемлеккә эләгеү өсөн мәмерйәлә донъя кимәлендәге саралар даими уҙырға тейеш.  
Тимәк 2017-2018-се йылдарҙа мәмерйә  Юнеско составында буласаҡ. Шүлгәнташтың асылмаған серҙәре күп, уны ябып фәнни эҙләнеүҙәр алып барыу  тарихи асыштар яһарға ярҙам итергә тейеш. Юғары яруста эске күл дә бар,  фараздар буйынса түтормош кешеләре  уның аша икенсе ярға ла сыҡҡан. Әммә   был юлды ҡабатлау  бөгөнгө заман кешеһенең ҡулынан килмәй.  Зәңгәр күлдең төбөнә төшөп етеүселәр ҙә юҡ әле. Симпозиумда  мәмерйәләр буйынса белгестәр әҙерләү мәсьәләһе лә күтәрелде. Бәлки тап йәш көстәр Шүлгәнташтың мәңгелек  сер йомғағын таратырға ярҙам итер.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку