Бөрйән районы үҙәгендә ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе үтте

Бөрйән районы үҙәгендә ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе үтте 04.05.2015

Унда республика төбәктәре хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте.

Яуымбай ауылынан Рәил Латипов ағас эше менән күптән шөғөлләнә. Йәрминкәгә ул Бөрйән районы символикаһы, ҡурай таждары һәм башҡа биҙәктәр һуғылған ҡул эштәре алып килгән. Бигерәк тә, һауыт-һаба, өҫтәл, ултырғыстарҙы халыҡ ҙур теләк менән һатып ала. Районға килгән туристар ҙа сувенирһыҙ ҡайтмай.
Бөрйән балының даны хаҡында әйтергә лә түгел. Элек-электән үҙенең тәме, сифаты менән айырылып торған татлы ризыҡҡа ла ихтыяж ҙур. Иҫке Собханғол ауылында ойошторолған йәрминкәлә йүкә балының бер литры 400 һум. Умартасылар хаҡтарҙы төшөрөргә ашыҡмай.
Ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләрен урындағы халыҡ көтөп ала. Бында тәҡдим ителгән тауар сифатлы, ассортименты бай, ти улар. Әйтәйек, был юлы ит ризыҡтары үтемле ине. Һыйыр һәм сусҡа итенең килограмы 300 һумға һатылды.
Йәрминкәлә Өфө, Белорет, Мәләүез, Баймаҡ райондары фермерҙары, шәхси эшҡыуарҙар ҙа йыш ҡатнаша. Әйткәндәй, байрам көндәрендә бында сауҙа урындары бушлай бирелә. Шуға күрә, хаҡтар ҙа арзаныраҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку