Бөрйән ракеталары

Бөрйән ракеталары 07.01.2016

Райондың Иҫке Монасип ауылы урта мәктәбендә балалар өсөн үҙенсәлекле түңәрәк эшләй. Унда уҡыусылар пиротехника менән төрлө ҙурлыҡтағы ракеталар эшләп күккә осора.

Ракета күккә күтәрелеүгә тамашасылар ҡул саба, шат тауыштар ишетелә. Һәр уҡыусы үҙенең ракетаһының юғарыраҡ осоуын теләй. Был юлы уңыш Нурбулат Баймырҙинға йылмайҙы.
Ракеталар төрлө төҫтәрҙә, төрлө ҙурлыҡта эшләнә. Уҡыусылар тышын да  матур итеп биҙәй,  исем ҡуша.  
Мәктәптә түңәрәк дүртенсе йыл эшләй. Унда шөғөлләнергә теләүсе уҡыусылар йылдан-йыл арта.
Был юлы күккә тиҫтәнән ашыу ракета осоролдо. Күңелле тамаша ауыл халҡын бер майҙанға йыйҙы. Сара байрам көндәрендә үҙе бер ялға әйләнде

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика