Бәләкәй ауылдың оло бәләһе

Бәләкәй ауылдың оло бәләһе 19.10.2015

Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылы 10 йыл күперһеҙ яфалана. Ҡоролма халыҡҡа бесәнгә, тимер юл станцияһына сығыу өсөн кәрәк. Ләкин емерелгән объектты бер кем дә тергеҙергә ашыҡмай, ә урау юл 30 саҡрым самаһы.  Һөҙөмтәлә ауыл халҡы Дим йылғаһы аша һалынған бүрәнә аша сығып йөрөй. Күңелһеҙ тамамланған мәлдәр ҙә булғылай.

Нужа кем булыуыңа ҡарап тормай, кәрәк икән акробат та булырһың. Быны Иҫке Яппарҙа йәшәүселәр ҙә раҫлай. Күпер булмағанлыҡтан халыҡ йылға аша нисек етте шулай сығырға мәжбүр. Кемдер бурәнә буйлап, кем кәмәлә... Батыу осраҡтары ла булғылай.
Димдең теге яҡ ярында ауыл халҡының бесәнлеге урынлашҡан. Тура сыҡһаң йөҙләп метр ғына, ә урау юл 30 километр самаһы. Ҡасандыр бөтәһе лә иҫке күпер аша йөрөгән дә, тик 2005 йылда ул емерелгән. Шуға ла яңыһын яппарҙар зарығып көтә.
Башҡаларҙан айырмалы рәүештә Венер Гәрәев йылғаның туңғанын көтөп тормай, бесәнен көҙҙән үк ташып ҡуйырға күнеккән. Әле эштең осо-ҡырыйы күренмәй, ә 300 литр самаһы солярка бөттө лә, ти ир. Алыҫ булғанлыҡтан эш оҙаҡҡа һуҙыла.
Йылға аша күпер булмауы Иҫке Яппарҙа йәшәүселәрҙең бәкәленә һуға. Сөнки бында халыҡ башлыса мал аҫрап көн итә, ә бесәнгә алыҫ йөрөргә тура килгәнгә кәсептең файҙаһы ҡалмай тиерлек. Ит һатыуҙан килгән аҡса бөтә сығымдарҙы ҡапламай, ти халыҡ.
Район хакимиәте мәсьәлә менән таныш. Бында яңы күперҙең проекты ла эшләнгән, тик смета 300 миллион һумға яҡын килеп сыға. Ә был аҡсаға ике балалар баҡсаһы төҙөргә була. Шуға ла әле Дәүләкән район хакимиәте проекттан баш тартып, мәсьәләне хәл итеү өсөн альтернатив юлдар эҙләй.
Иҫке Яппар ауылында йәшәүселәр теләһә ниндәй күпергә лә риза, арба менән трактор ғына үтә алһын. Рөхсәт итһәләр үҙебеҙ ҙә берәй нәмә уйлаған булыр инек ти улар, тик барыбер халыҡ быға барып етмәҫ тип ышана. Иҫке Яппарҙар үтенестәре ишетелеренә өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку