Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй

Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй 11.02.2015

Тап ауыр хәлгә ҡалған мәлдә беҙ мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтажлыҡты аңлайбыҙ.  Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәр аҙ түгел, бөгөн  улар үткән йылға йомғаҡ яһаны.  Ултырышты Республика башлығы алып барҙы.

Башҡортостанда  биш тиҫтәгә яҡын хәйриә фонды бар. Бынан тыш, йөҙҙәрсә ойошма мохтаждарға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә.  Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика халҡы ла  битараф булмауы менән айырылып тора. Мәҫәлән,  былтыр Ҡырымға  ярҙам акцияһы мәлендә 200 миллион һум аҡса йыйылған.   Шулай уҡ етемдәргә, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә,  аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙам  күрһәтеү буйынса тиҫтәләрсә мәрхәмәтлек  программалары тормошҡа ашырыла.  Был тәңгәлдә «Мәрхәмәт» һәм «Русфонд» хәйриә фондтарының Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм  «Комсомольская правда» гәзиттәре менән берлектә   тормошҡа ашырған  проектын билдәләп үтергә мөмкин.  Эфирға сыҡҡан репортаждар  ярҙамында 2014-се йылда ғына   2 миллион һумдан ашыу аҡса тупланып   ауыр сиргә дусар булған 16 балаға ярҙам ҡулы һуҙылған.   Рөстәм Хәмитов хәйриә эшмәкәрлеген дауам итеү  өсөн бар мөмкинлектәрҙе файҙаланыу бурысын ҡуйҙы, сөнки йәмғиәттә мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаждар күп.
Бер йыл эсендә  ике  ҡазаға тараған яңауылдар хәйриә эшмәкәрлегенең әһәмиәтен үҙ миҫалында белә. Өй шартлауҙан һәм тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән  төбәк халҡына тәүгеләрҙән булып  республика етәкселеге менән бер рәттән хәйриә  ойошмалары ярҙам ҡулы һуҙа. Был ҡаза мәрхәмәтле кешеләрҙең күп булыуын  күрһәтте,   уларҙы ойоштора, туплай белергә генә кәрәк, тигән фекерҙә Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика