Бәхетле ҡартлыҡ 01.10.2014

Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәүсе  Абдразаҡовтар ғаиләһен республикала белмәгән кеше һирәктер. Уларҙың социаль селтәрҙәргә һалынған фотоһүрәте ҡуйылған лайктар һаны буйынса Голливуд актерҙарыныҡын да уҙып китте.  

Интернет геройына әйләнгән әбей менән бабай. Уларҙы социаль селтәрҙәге меңдәрсә кешенең битендә күрергә мөмкин. Республикала ғына түгел, унан ситтә лә һөйөү яулаған ғаилә - Ишбикә һәм Нурийән Абдразаҡовтар. Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәгән ғаиләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов төшөрөп алған.

Ҡосаҡлашып ултырған һөйкөмлө әбей менән бабай социаль селтәрҙәрҙә 100 мең тирәһе лайк йыя, Интернет теле менән әйткәндә, шул тиклем кеше уларға һөйөүен белдерә. Бынан тыш, фото матбуғат баҫмаларында ла донъя күрә. Абдрразаҡовтар менән танышырға теләп хатта Татарстандың «Аҡсарлаҡ» журналынан да килеп етәләр. «Комсомольская правда», «Йәшлек», «Аманат» уларҙың фотоһүрәтен баҫтыра.

Баҡтиһәң, ҡосаҡлашып үбешеп алыу фото өсөн генә булмаған икән, әбей менән бабай тормошта ла яратып-шаярып ҡына йәшәй. Һөйөүҙәре күҙҙәрендә үк сағылып торһа ла, Ишбикә өләсәй хис-тойғоларын асып бармай, һаман ҡыҙҙарса тыйнаҡлығын һаҡлай. Шулай ҙа бабайының заманында ауылда иң шәп егет булыуын йәшермәй.

Ишбикә менән Нурийән Абдразаҡовтарҙың ғаилә ҡороуы ла бик ҡыҙыҡ була.Мәктәптә бер синыфта уҡыған егет менән ҡыҙ бер-береһен яҡшы белә, әммә ул заманда дуҫлашып йөрөү булмай. Бер йома дуҫының туйынан ҡайтып килгән егетте өйҙә туғандары ҡаршы ала һәм бөгөн өйләнәсәген белдерә.

Шул замандан хәҙер 65 йыл да үтеп киткән. Абдразаҡовтар 6 бала тәрбиәләп үҫтерә, әле уларҙың 13 ейән-ейәнсәре, 9 бүләһе бар. Нурийән Абдразаҡов ғумер буйы колхозда механик, бригадир булып эшләй, көнө-төн баҫыуҙан ҡайтмай. 1май сәсеү мәленә тура килгән тыуған көнөн дә ул пенсияға сыҡҡас ҡына үткәрә башлай.. Ә донъя йөгөн тартыу күберәк хужабикә иңенә төшә.

Ишбикә Һәм Нурийән Абдразаҡовтарҙың фотоһүрәте бер кемде лә битараф ҡалдырмауы иһә ябай хәҡиҡәтте иҫбатлай. Кеше ғүмер буйы байлыҡ, вазифа тип донъя ҡыуһа ла, мәңгелек ҡиммәттәр үҙгәрмәй. Күңел түрендә ошо әбей һәм бабай һымаҡ тигеҙ ғүмер итеп бәхетле ҡартлыҡ кисереү хыялы йәшәй. Ғаилә институты ҡаҡшап барған бөгөнгө заманда бигерәк тә.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика