Бөгөнгө көнгә бурысы булған физик шәхестәргә Суд приставтары тарафынан 566 млн һумға 173 меңдән ашыу приказ һәм башҡарыу ҡағыҙҙары ебәрелгән

Бөгөнгө көнгә бурысы булған физик шәхестәргә  Суд приставтары тарафынан 566 млн һумға  173 меңдән ашыу приказ һәм башҡарыу ҡағыҙҙары ебәрелгән 18.03.2015

Бындай ҙур сумманы йыйыуҙы тиҙләтеү маҡсатында суд приставтары, һалым хеҙмәте, дәүләт автоинспекцияһы вәкилдәренән торған рейд Өфөлә даими ойошторола.

Сираттағы рейд Өфөнөң Октябрь районы суд приставтары хеҙмәте тарафынан  Спорт туҡталышы алдында ойошторолдо. Бер сәғәт эсендә тиҫтәнән ашыу автоһәүәҫкәр Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылды. Бурыстары , штрафтары  булғандарҙы махсус база аша тикшереп, мәжбүри рәүештә башҡарыу ҡағыҙҙары тапшырылды.
Юл хәрәкәтен боҙған өсөн  йыл буйына штраф, һалым түләүҙән ҡасыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙың был ысулы бик һөҙөмтәле. Камера менән йыһазландырылған махсус машинала бурысы булған физик шәхестәрҙе автомобиль номеры аша билдәләйҙәр. Һалым хеҙмәткәрҙәре бындай аҙым ҙур күләмдә бурысы булғандарҙы иҫкәртеү өсөн  ҡулай тип билдәләй.
Бурыс ун меңдән күберәк булған осраҡта Рәсәй территорияһынан сығыу хоҡуғы сикләнә, шулай уҡ мөлкәткә арест һалына. Ҙур күләмдә штраф түләнмәгән хәлдә, транспорт сараһын һатҡанда, автомобилдәрҙе теркәү мәсьәләһе лә кисектерелә.
Оператив эшләү өсөн бындай системалағы аппараттар  үҙенсәлеге шунда: ул бер-нисә секунд эсендә автомобилдең номеры аша  хужаһының бурыслымы - түгелме икәнлеген  асыҡлай. Сигнал булған осраҡта машина хаҡында рация аша юл хәүефһеҙлеге инспекторына хәбәр әбәрелә. Уны юл приставтары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең йүнәлеше буйынса тикшерә.  Октябрь районы юл приставтары хеҙмәтенең был ҡоролмаһы бер үк ваҡытта ике юл һыҙатын күҙәтә. Бурыслы, штрафлы кешәләргә был камеранан ҡотолоп ҡалыу мөмкин түгел.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку