Бөгөн Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 22-се отрядының 32-се часы хеҙмәткәрҙәре Затон биҫтәһендәге барактарға рейд үткәрҙе

Бөгөн Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 22-се отрядының  32-се часы хеҙмәткәрҙәре Затон биҫтәһендәге барактарға  рейд үткәрҙе 06.02.2016

Статистика буйынса  утҡа бәйле фажиғәләр артыуы күҙәтелә.

Уҙған быуаттың  илленсе йылдарында төҙөлгән йорттарҙағы   электр үткәргестәр ныҡ иҫкергән.  Коммуналь фатирҙарҙа  йәшәүселәрҙән берәүҙәр  уны алыштырһа, икенселәр  бар тип тә белмәй.
Затон биҫтәһендәге авария хәлендәге йорт хужаларын  2017 йыл аҙағынаса күсереү ҡаралған. Күптәр шуны көтөп инженер селтәрҙәрен төҙөкләндереүҙе кәрәк тип тапмай. Әммә рейд барышындағы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҡайһы бер фатирҙарҙа  электр  приборҙары  шул тиклем иҫкергән,  ҡыҫҡа ялғаныш сығып ут  тоҡаныу ихтималлығы юғары. Былай ҙа эштән сыҡҡан сымдар  замана техникаларын файҙаланғанда хәүеф тыуҙыра.
Янғынға ҡаршы  рейд  барышында байтаҡ  ҡағиҙә боҙоу теркәлде.
Рейд үткәреүселәр фатир хужаларына  иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратты һәм хәүефһеҙлек буйынса инструктаж үткәрҙе.
Махсус кейемдәгеләрҙе күреү менән ишек асмаусылар ҙа булды.  
Статистикаға күҙ һалғанда, Өфөнөң Ленин районында йыл башынан 17 янғын осрағы теркәлгән һәм дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән. Һандар  уҙған йыл менән сағыштырғанда, артҡан. Быға бәйле,  иҫкәртеү саралары дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика