Бөгөн Салауат районы Сыбаркүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә мемориал асылды

Бөгөн Салауат районы Сыбаркүл ауылында Бөйөк  Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә мемориал асылды 08.05.2015

Еңеүҙең етмеш йыллығы айҡанлы ойошторолған байрамға бөтә ауыл халҡы йыйылды, ситтән дә ҡунаҡтар  килде.

Был көндө Сыбаркүл халҡы күптән көткән.  Ауылдың иң матур  ҡалҡыу урынына ҡуйылған мемориалды асыу тантанаһына өлкәндәр, мәктәп уҡыусылары, тыл хеҙмәтсәндәре һәм район хакимиәте башлығы килде. Кескәйҙәр һуғышҡа арналған  шиғырҙар һөйләне. Эште атҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә  Рәхмәт хаттары тапшырылды. Финанс сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған   Юрис Әхмәтшинға  Сыбаркүл ауылының  почетлы гражданины исеме тапшырылды.  Мылтыҡтан залп биргәндән һуң  ҡыҙыл таҫма ҡырҡылды, обелискты ҡаплаған аҡ япма алынды.
Ауыл халҡы ил азатлығы өсөн ғүмерен биргән яҡташтарын  бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып мемориалға сәскәләр һалды. Мәрмәр таштағы исемлектәгеләр кемдеңдер атаһы, олатаһы, йә ағаһы.  Ауылдағы иң өлкән йәштәгеләрҙең береһе - Гөлзәбирә Заһитова өсөн был көн  айырыуса тулҡынландырғыс.
Мемориал егерме биш көн эсендә ҡуйылған.  Ауыл  дәррәү йыйылып нигеҙен, кирбестәрен  һалған,  кемдер сәскә ултыртҡан,   рәшәткәләрен буяған.  Мәсәғүттә  мәрмәр плиталары, Трехгорныйҙа йондоҙҙарын эшләтеп алып ҡайтҡандар.
Еңеүҙең етмешенсе яҙы Сыбаркүлгә  ошолай  икеләтә шатлыҡ  менән килде.  Берҙәм булғанда, күтәренке рух  менән йәшәгәндә мәңгелек хәтер юйылмаҫ. Халыҡ үҙ батырҙарын онотмай.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку