Бөгөн республика йәмәғәтселеге билдәле ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әмир Мырҙағәле улы Юлдашбаевты һуңғы юлға оҙатты 28.04.2017

Матәм сараһында билдәләнеүенсә, республика күркәм кешелек сифаттарына эйә тоғро улын, киң белемле философты юғалтты.  

Әмир Юлдашбаев 1940 йылдың 25 декабрендә Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында тыуған. Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. 1971 йылдан 1994 йылға тиклем Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге  Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта. 90-сы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә бүлек мөдире булып эшләй. Әмир Юлдашбаев 30-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Айырыуса, Әхмәтзәки Вәлидиҙең ғилми мираҫын өйрәнеүгә һәм тыуған еренә шәхестең намыҫлы исемен ҡайтарыуға күп көс һала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика