Бөгөн республика биләмәһендә ҡар таҙартыу өсөн 2 мең берәмектән ашыу техника йәлеп ителгән

Бөгөн республика биләмәһендә ҡар таҙартыу өсөн 2 мең берәмектән ашыу техника йәлеп ителгән 03.02.2017

Туҡтауһыҙ яуған ҡар башлыса Өфө, Бәләбәй, Салауат, Кумертау, Стәрлетамаҡ, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында күҙәтелгән. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр норманан күпкә артыҡ яуған ҡар менән нисек көрәшә?

Венер Ниғмәтуллин беренселәрҙән булып өр-яңы тракторға ултырған. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр Күмертау ҡалаһы урамдарын таҙартып, тимер атты һынап ҡарай. Ысынлап та, өр-яңы техника  ҡышҡыһын юлдарҙы киңәйтеү, тротуарҙарҙы таҙартыу өсөн бик уңайлы.

Күмертау ҡалаһында быйыл яуған ҡар күләме тейешле норманан күпкә юғары. Юлдарҙы  ваҡытында таҙартып өлгөрөр өсөн хакимиәт алты ойошма менән контракт төҙөй. Улар йыл башынан эшкә тотонған. Ҡар таҙартыусы техника тауышы Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Бәләбәй ҡалаларында ла тынмай. Көндәр буйы яуған ҡарҙы таҙартыртыу өсөн, коммуналь хеҙмәттәр тәүлек әйләнәһенә  көсөргәнешле режимда эшләргә мәжбүр.

Салауатта ла шул уҡ хәл. Был төбәктә ҡар таҙартыуға көнөнә өс берәмек техника йәлеп ителә. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, эшкә юл ситендәге машиналар мәшәҡәтлек тыуҙыра. Күптәр парковка ҡағиҙәләрен боҙғанлыҡтан, автомобилдәр бер нисә рәткә теҙелә. Етмәһә, ҡайһы бер автомобиль хужалары транспорттарын аҙналар, айҙар буйына ҡалдырып китә.

Хәйбулла, Ейәнсура яҡтарында әле яуым-төшөм кимәле кәмегән. Әммә урындағы халыҡ әйтеүенсә, көслө ҡар яуыуы ғәҙәттә, февраль аҙаҡтарына тура килә. Шулай ҙа төпкөл ауылдарға илткән юлдарҙы йыш ҡына таҙартып торорға тура килә.  

Ә Өфөлә һуңғы дүрт аҙнала яуған ҡар ике айлыҡ норманы тултырған. Был коммуналь хеҙмәткәрҙәр генә түгел, ҡала халҡы өсөн дә көсөргәнеш тыуҙыра. Синоптиктар  киләһе аҙнала һауа температураһы түбәнәйеүен, айҙың икенсе яртыһында ҡар яуыуын фаразлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика