Бөгөн Рәсәйҙә Юстиция министрлығының енәйәт үтәү системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә Юстиция министрлығының енәйәт үтәү системаһы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә 15.03.2016

Баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендәге 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһы  республикала енәйәт үтәү системаһы учреждениелары араһында призлы урындарға лайыҡ.Ул  1957 йылда  төҙөлә башлай.

Тәүге ваҡытта биш йөҙгә яҡын кеше  хөкөм  язаһын үтәгән.   Бер нисә йылдан  унда  мебель етештереү яйға һалынған. Әле   мебелдән тыш төҙөлөш материалдары, тротуар плитәһе етештерелә, үҙенең автосервисы бар. Элекке ағас барактар урынына ятаҡханалар һалынған.     Учреждениела  юғары  сифатлы  видеокүҙәтеү системаһы урынлаштырылған. Был хеҙмәткәрҙәрҙең эшен күпкә еңеләйтә, яза үтәүселәрҙең һәр хәрәкәте теркәлеп бара.  2009 йылдан мәсет һәм сиркәү эшләй.  
Закон боҙоусыға ла кешелекле ҡараш колонияла Алексей Сергейчев етәкселек иткән ваҡыттан һаҡлана. Уҙған быуатта учреждениены етәкләгән Алексей Сергейчев ошо көндәрҙә 90 йәшлек юбилейын билдәләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һуғыштан һуңғы йылдарҙа Благовещен һәм Бөрө ҡалаһында милиция бүлегендә эшләй. Шаҡша биҫтәһендәге 3-сө холоҡ төҙәтеү     колонияһына етәксе итеп тәғәйенләнгән ваҡытта учреждение ябылыу хәленә еткән була. Ул Алексей Родионович тырышлығы менән һаҡлап алып ҡалына. Һөнәри байрам һәм оло юбилей хөрмәтенә  тантаналы сара ойошторолдо.  
Алексей Сергейчев, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһының тәүге етәкселәренең береһе: «Колонияны аяҡҡа баҫтырырға кәрәк булды. Ул тарҡалған хәлдә ине. Учреждениены тергеҙергә, ятаҡхана төҙөргә, шул уҡ ваҡытта  төҙөлөш материалдары етештереү бурысы ла ҡуйылғайны. Тәүлек әйләнәһенә эшләнек. Ул ваҡытта ҡала менән Шаҡша биҫтәһен тоташтырыусы күпер булманы. Дәүләт планын үтәү өсөн хеҙмәткәрҙәр йоҡа ғына боҙ өҫтөнән төҙөлөш материалдарын ҡаршы яҡҡа ташый ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку