Бөгөн Рәсәйҙең социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе эш урынында йәрәхәтләгән граждандарға машина асҡыстары тапшырҙы 11.08.2015

Инде бер нисә йыл был төркөмгә ҡараған кешеләргә «Лада Гранта» автомобилдәре бирелә. Бөгөн бөтәһе 9 кеше махсус йыһазландырылған транспорт хужаһы булды. Программа буйынса 2001-се йылдан 855 автомобиль тапшырылған, улар бөтәһе лә инвалидтар өсөн яраҡлаштырылған.

Машиналар махсус идара итеү ҡоролмалары менән йыһазландырылғанға күрә тәүҙә яңы хужалар инструктаж үтә. Бер ыңғай замана автомобилдәре төҙөлөшө менән дә таныша. Бөгөн яңы Лада Гранта асҡысы алған Вил Камалетдинов мәҫәлән быға тиклем шулай уҡ страховкалау фонды биргән Окала йөрөгән. Замандашыбыҙ яңы тимер аты менән ҡәнәғәт ҡалды. Уңайлы һәм ышаныслы автомобиль булыуы һәр кем өсөн мөһим, ул көн дә кәрәк тиергә була.
Автомобиль алыусылар араһында махсус транспортын икенсегә, өсөнсөгә алмаштырыусылар ҙа бар. 125-се федераль закон буйынса, эш урынында йәрәхәт алған һәм медик-социаль экспертиза  тарафынан махсус транспорт сараһына мохтаж тип танылған һәр кем тейешле ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Автомобиль бирелгән осраҡта ул 7 йыл һайын яңыртылып тора. Социаль страховкалау фонды тарафынан махсус автомобиль хужаһының транспортын хеҙмәтләндереү сығымдарын ҡаплау ҙа ҡаралған. Атап әйткәндә был яғыулыҡ һәм ремонтҡа ҡағыла. Бынан тыш, эш урынында йәрәхәт алған хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау программаһы ла эшләп килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика