Бөгөн - пионер ойошмаһының тыуған көнө

Бөгөн - пионер ойошмаһының тыуған көнө 19.05.2015

Теүәл 93 йыл элек Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Оҙаҡ йылдар был көн Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Ләкин Советтар Союзы тарҡалыу менән байрам рәсмилеген юғалта. Шулай ҙа пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры,  ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған.

Ҡасандыр рәсми байрам булараҡ иҫәпләнгән 19 майҙы йәш быуын белмәй ҙә тиерлек. Шулай ҙа ҡайһы бер төбәктәрҙә был көн билдәләнә. Тик усаҡ яғыу, пионер йырҙарын йырлау юҡ кимәлендә. Ҡыҙыл галстукҡа булған ихтирам менән тоғролоҡ та хәҙер тарихта ғына ҡалған...

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика