Бөгөн ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй

Бөгөн ҡотҡарыусылар һөнәри байрамын билдәләй 27.12.2016

Рәсәйҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте эшмәкәрлеге 26 йыл элек башланды. 1990 йылдың 27 декабрендә Рәсәй ҡотҡарыусылар корпусы ойошторола. Һуңыраҡ ил президенты указы менән корпустың вәкәләттәре һәм даирәһе киңәйә.

Министрлыҡтың  төбәктәрҙәге баш идаралыҡтары бөгөн халыҡты һәм биләмәләрҙе янғындарҙан, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса бай тәжрибә туплаған. Башҡортостан ҡотҡарыусылары быйыл алты меңдән ашыу ғәҙәттән тыш хәл урынына сыҡҡан. Уларҙа ике мең ярымдан ашыу кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған. Шул уҡ ваҡытта фажиғәле хәлдәр ҙә юҡ түгел. Йыл башынан республикала сыҡҡан янғындарҙа 15 баланың ғүмере өҙөлгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк. Шулай уҡ һыу объекттарында балалар ҡатнашлығында 18 фажиғәле осраҡ теркәлгән.  Бөгөн ысын мәғәнәһендә батырлыҡ талап иткән һөнәр эйәләре, минут һайын кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәттәрен ҡотҡарыу өсөн ярҙамға килергә әҙер булыусылар тәбрикләнә. Өфөлә лә ведомствоның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре төрлө дәрәжәләге наградаларға эйә булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика