Бөгөн Мишкәнең Илек һәм Ишем ауылдарында оло ваҡиға

Бөгөн Мишкәнең Илек һәм Ишем ауылдарында оло ваҡиға 21.12.2016

Төҙөкләндереүҙән һуң ике араны тоташтырыусы юл  асылды. Тантанаға тотош ауыл халҡы йыйылды.

Хәҙер ике ауылды 6 метр киңлектәге асфальт юл тоташтыра. Уны урындағы халыҡ 30 йыл самаһы көткән. Күп тапҡырҙар юл һалыу тураһында һүҙ сыҡҡан сыҡһа ла, ниәт кисектерелеп килгән. Һөҙөмтәлә Ишем һәм Илек халҡы, яҡынса 400-ҙән ашыу кеше, ҡаты ҡатламлы юл булмағанға, бысраҡ кисеп йөрөргә мәжбүр булған.
Алты километр юлды төҙөкләндереү быйыл йәй башланып, дүрт ай эсендә тамамланған. Проект ауыл биләмәләрен үҫтереү федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған, сығымдар 140 миллион һум тәшкил иткән. Бөтәһе республикала был программа буйынса 9 объект төҙөкләндерелгән, киләһе йыл уларҙың һаны өс тапҡырға артыр тип көтөлә. Ике төпкөл ауылды оло юл менән тоташтырыусы трасса, шул иҫәптән райондың үҫешенә лә булышлыҡ итәсәк тип билдәләй урындағылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика