Бөгөн иртән Затон биҫтәһендә йәшәүселәрҙең күптәре эшкә һуңланы 28.10.2014

Иртәнге һигеҙҙәрҙә Затон күперендәге ике авария арҡаһында юлда сәғәт ярымға тиклем һуҙылған тығын барлыҡҡа килде. Хәбәр ителеүенсә, тәүҙә күпергә ингән урында Киа һәм УАЗ Патриот автомобилдәре юлды бүлә алмаған. Һуңынан авария урынын урап үтергә тырышыусы Газель микроавтобусы ошо уҡ һыҙаттағы 9-сы модель менән бәрелешә. Былд осраҡта Лада микроавтобусҡа юл бирмәй. Һөҙөмтәлә күпергә алты һыҙаттан килеп инеүсе автомобилдәр ике авария араһындағы 3 мертлыҡ буш участка аша үтергә мәжбүр була. Юл ваҡиғалары сәбәптәрен инспекторҙар асыҡлай.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика