Бөгөн фашист концлагерҙарынан тотҡондарҙы азат итеү көнө

Бөгөн фашист концлагерҙарынан тотҡондарҙы азат итеү көнө 11.04.2015

Быйыл шулай уҡ совет ғәскәрҙәренең Бөйөк Ватан һуғышының иң дәһшәтле концлагерҙарының береһе Аушвиц, икенсе төрлө Освенцим лагерын азат итеүенә 70 йыл тулды.  Ҡанлы фашист ҡулында миллионлаған кешенең  ғазап сигеп һәләк булыуына хәтер билдәһе итеп Рәсәйҙә был аҙна "Хәтер аҙнаһы" тип иғлан ителде. Илдең һәр төбәгендә, ҡот осҡос шарттарҙа һәләк булғандар, был ғазаптарҙы кисереүселәр иҫкә алына. Лагерҙа иҫән ҡалғандар ҙа бар. Улар әле лә һуғыш йылдарындағы ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләй. Беҙҙең хәбәрселәр  үлем лагеры ҡорбандарының береһе - Өфөлә йәшәүсе Виталия Мосалыгина менән осрашты.

Ҡаҡ һөйәккә ҡалған кешеләр, өҙгөләнгән кәүҙәләр... Был кадрҙарҙа Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡанһыҙ концлагерҙарҙың береһе - Аувхиц биркенау һүрәтләнгән. Лагерҙа нацизм ҡорбандары донъялағы иң аяуһыҙ язалар аша үтә. Уларҙың ни бары бер нисә меңе иҫән ҡала. Өфөлә йәшәүсе Виталия Мосалыгина фашист лагерын күҙ йәштәре менән иҫкә ала. Бындай вәшхилекте берәүгә лә күрергә яҙмаһын, тигән теләктә ветеран.
Виталия Мосалыгина 10 йәшлек сағында пленға эләгә. Күктә совет ғәскәрҙәренең самолеттары осһа ла, лагерҙа кешеләрҙе язалау дауам итә ине. Шулай ҙа фашист ҡорбандарының өмөтләнеп көткән көнө етә - Совет һалдаттары Освенцимды азат итә. Был иҫтәлекле һәм мөһим тарихи  ваҡиғаны үҙгәртеп һөйләүҙәренә Виталия ханымдың йәне әсей.
Ҡанһыҙ лагерҙа ҡарбандарҙың тиреләрен һыҙыралар, улар менән төрлө тәжрибә үткәрәләр...Бындай вәхшилекте үҙ күҙең менән күреү түгел, күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Шуға ла уны икенсе төрлө үлем фабрикаһы тип тә йөрөтәләр. Бында газ менән кеше үлтереү тәжрибәләре үткәрелә. Бынан бигерәк тә йәһүд халҡы күп ҡырыла. Фашистар ҡорбандарҙы ике төркөмгә бүлә. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм оло йәштәгеләр газ камераларына оҙатылһа, ир-егеттәр ауыр эшкә егелә.
Лагер тотҡондарына  серегән йәшелсә-емеш ашаталар. Ас-яланғас килеш, ошондай режимда кешеләр өс ай ғына йәшәй ала. Күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ имәнес ваҡиғалар була Освенцимда. Һәм сит ил сәйәсмәндәренә ошо ғазаптарҙы үткән ата-бабаларыбыҙҙың кисерештәрен онотоп тарихты икенсе төрлө һөйләргә нисек телдәре әйләнәлер... Быныһы бер сиккә лә һыймай.
Освенцимды азат итеүгә 70 йыл ваҡыт үтте. Был ҡурҡыныс ваҡиғалар алыҫ тарихта ҡалһа ла, әле һаман донъяла вәхшәтле һәм ҡанһыҙ кире күренештәр осрап тора. Күрәһең, ошо ҡурҡыныс ваҡиғалар ҙа насар ғәҙәттәргә кәртә ҡуя алмай.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку