Бөгөн Өфөнөң Совет районы судында Альпенхоф ресторанында ағыуланған тиҫтәнән ашыу кеше үҙ хоҡуҡтарын яҡлап беренсе ултырышта сығыш яһаны

Бөгөн Өфөнөң Совет районы судында Альпенхоф ресторанында ағыуланған тиҫтәнән ашыу кеше үҙ хоҡуҡтарын яҡлап беренсе ултырышта сығыш яһаны 26.12.2016

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ошо йылдың 29 авгусында банкет ваҡытында ағыуланған  бер төркөм кешеләр, киҫкен эсәк инфекцияһы менән  баш ҡаланың 4-cе дауаханаһына оҙатылғайны. Улар араһында ике бала булыуы ла билдәле. Альпенхоф рестораны хеҙмәткәрҙәре иһә, ағыуланыу осрағын һаман да инҡар итә. Әле зыян күреүселәр араһынан суд медицина экспертизаһы үтмәүселәргә был процедураны атҡарырға ҡушылды. Осраҡ буйынса тикшереү дауам итә.

Валерий Самохин, «Форт-юст» ҡулланыусылар  хоҡуҡтарын яҡлау йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары: «Яуап биреүселәр, зыян күреүселәр ресторан аҙығы менән ағыуланмаған, тигән фекерҙә. Әммә  бер үк ерҙә ашаған ун йәки ундан артыҡ кеше  инфекция эләктереүгә зарлана икән,  тикшереү һөҙөмтәһе зыян күреүселәр яҡлы булыр, тип уйлайым».  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика