Бөгөн Өфөнөң Октябрь һәм Совет районы буйынса хәрби комиссариатында 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорт тапшырыу тантанаһы үтте 25.04.2016

Быйылғы тантана үткән йылдағыларынан айырылып тора. Үҫмерҙәргә  паспорттарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тапшырҙы. Сас сәсле ҡаһармандар йәш быуынға  дәһшәтле яу юлдары хаҡында бәйән итте, үҙ теләктәрен еткерҙе.

Сарала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, йәмәғәт ойошмалары  вәкилдәре лә ҡатнашты. Тантана концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был  көн йәштәрҙең күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалырға тейеш.  Сөнки паспорт алыу  14 йәш тулыуҙы ғына аңлатмай, өҫтәмә бурыстар ҙа йөкмәтә. Шуға күрә үҫмерҙәргә ҡылған ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ тойорға, илдең лайыҡлы гражданы булырға кәрәк. Әле иһә  йәш быуындың төп бурысы тырышып уҡыу,  белемле кешеләр беҙҙең киләсәгебеҙ, ти  яу ҡаһармандары.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика