Бөгөн Өфөнөң мосолмандар зыяратында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваға мемориал асылды

Бөгөн Өфөнөң мосолмандар зыяратында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваға мемориал асылды 15.08.2014

Тантанала башҡорт эстрадаһы легендаһының туғандары, яҡташтары, сәхнәләш дуҫтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Мемориалды эшләтеү һәм шәхестең ҡәберлегенә урынлаштырыуҙы  Шишмә районы хакимиәте менән берлектә Фәриҙә Йәһүт  ҡыҙының  ейәнсәре Славяна  Вахитова үҙ өҫтөнә алған.

Фәриҙә Ҡудашева 1920 йылда Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Сәнғәт юлын үҙ иткән моң эйәһе Башҡорт драма театрында, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы кеүек мәртәбәле исемдәргә лайыҡ була. Йырсы  мосолмандар зыяратында ерләнгән. Ижадташ дуҫтары уны ябай, шул уҡ ваҡытта талапсан, һәр сығышҡа яуаплы әҙерләнгән юғары талантлы сәнғәт әһеле булараҡ иҫкә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку