Бөгөн Өфөнөң Үҙәк баҙарында Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәтте

Бөгөн Өфөнөң Үҙәк баҙарында Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы  белгестәре  халыҡҡа  хоҡуҡи ярҙам күрһәтте 26.06.2015

Халыҡ-ара бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө уңайынан ойошторолған акция киске сәғәт алтыға тиклем дауам итә.

Һалым буйынса мәғлүмәт алыу өсөн Өфөгә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән  Әлфиә Ғәйнуллина ла мөрәжәғәт итте. Уның улы  юғары уҡыу йортонда коммерция нигеҙендә белем ала. Баланы уҡытыу ҙа , автомобиль өсөн алынған кредит та әсә иңендә. Бөгөн ул  коммуналь хеҙмәт өсөн йыйылған бер йыллыҡ  бурысы тураһында мәғлүмәт алды.
Акцияға республика халҡы ғына түгел, күрше республика һәм өлкәләрҙән килгән граждандар ҙа  мөрәжәғәт итте. Улар Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәте һәм кредит бурысы буйынса юридик ярҙам алды. Араларында алимент һорауҙары буйынса килеүселәр ҙә бар ине. Федераль Суд приставтары хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе урынбаҫары  Гөлназ Сәлимова акцияһының халыҡ өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләп, бындай аралашыуҙың киләсәктә  баш ҡаланың  халыҡ күп йөрөгән урындарында ла ойоштороласағын  хәбәр иттте. Әгәр һалым буйынса  һорауҙар булһа  ,,Өфө" аэропортында, Тимер юл вокзалында һәм сауҙа үҙәктәрендә үтәсәк акцияла махсус ярҙам алырға  мөмкин.
Гөлназ Сәлимова, федераль суд приставы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етксеһе урынбаҫары: «Бөгөн ундан артыҡ кеше килде. Уларға ҡайҙа барырға кәңәш  иттек».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку