Бөгөн Өфөлә еңелеү белмәҫ, данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһына арналған сара үтте

Бөгөн Өфөлә еңелеү белмәҫ, данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһына арналған сара үтте 05.05.2015

Сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашты. Яугир Сабир Йыһаншин данлыҡлы дивизия тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Сара концерт программаһы менән үрелеп барҙы, дивизия тураһында видеояҙмалар күрһәтелде.

112-се Башҡорт атлы дивизияһы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин,Ҡыҙыл байраҡ һәм икенсе дәрәжә Кутузов ордендары менән наградлана. Дивизияның 3 мең 860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кеше - Советтар Союзы Геройы һәм биш кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Сарала сығыш яһаусылар Миңлеғәле Шайморатовҡа герой исеме биреү кәрәклеге хаҡында ла билдәләп үтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика