Бөгөн Өфөлә донъя умартасылығы мәсьәләләре тикшерелде

Бөгөн Өфөлә донъя умартасылығы мәсьәләләре тикшерелде 26.08.2015

Баш ҡалаға эш сәфәре менән халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһы президенты Жиль Ратиа килде. Абруйлы сит ил белгесе кәңәшмәлә бал ҡорттары популяцияһы кәмеүе, уларҙың ауыл хужалығында ҡулланылған ағыуҙарҙан зыян күреүе, яһалма бал һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылды. Ошонда уҡ ҡала халҡы өсөн бал йәрминкәһе лә ойошторолдо.  

Шифалы үләндәр, сәтләүек, тәмләткестәр-балдың ниндәйе генә юҡ. Умартасылар һатып алыусыға һәр төрлө продукция тәҡдим итә ала, йыл ғына уңышлы килһен. Быйыл былтырғыға ҡарағанда, бал күберәк ти Бөрйәндән килгән Йомағужиндар. Тик һуңғы арала ҡорттарға ҡыйынға тура килә, тип билдәләй 15 йыл умарта тотоусы ғаилә.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлергә ашыҡмай. Сөнки был осраҡта уларға һалым түләргә тура килер ине. Ә был килемде бөтөнләй бөтөрөүе ихтимал ти умартасылар.
Ә инде продукцияны сертификациялауға килгәндә, иң яҡшы баһалаусы ул һатып алыусы ти умартасылар. Шул уҡ ваҡытта яһалма бал донъя кимәлендә мөһим мәсьәлә булып тора. Контрафакт продукция башлыса Ҡытайҙан килә, ти умартасылар ассоциацияһы президенты Жиль Ратиа. Әйткәндәй әле был дәүләт бал етештереү буйынса беренсе урында килә. Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостанда донъя умартасыларын йыйыу мөмкинлеге ҡарала.
Франция белгесе башҡорт балын юғары баһаланы. Иртәгә умартасылар кәңәшмәһе Бөрйән районында дауам итә. Бында сит ил ҡунаҡтары төбәктең тәбиғәте, бал етештереүселәрҙең эше менән яҡындан таныша. Башҡортостан умартасылары продукцияһы тейешле тикшереү процедуралары үткәс донъя баҙарында ла ныҡлы урын яулара тейеш.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку