Бөгөн Өфөлә бер йәшкә тиклемге балалар араһында чемпионат уҙҙы

Бөгөн Өфөлә бер йәшкә тиклемге балалар араһында чемпионат уҙҙы 30.05.2015

Зал балалар тауышынан гөрләп тора. Ҡайһы бер ата-әсәләр бәләкәстәре менән бәйгелә ҡатнашырға, икенселәре тамашаны ҡарарға килгән. Старт һыҙығына баҫырға әҙерләнеүсе бәпестәргә һандар ҡуйылған. Иң тәүҙә алты айлыҡтар ярыша.

Һыбыҙғы тауышын ишетеүгә бәпестәр алға шыуыша башлай. Ҡатнашыусыларға ҡарағанда, уларҙың ата-әсәләре нығыраҡ янып-көйә. Яҡындарын алҡышларға килгән көйәрмәндәр ҙә байтаҡ. Улар плакаттар тотоп, костюмдар кейеп килгән.
Кескәйҙәр юлды ике минут эсендә үтергә тейеш. Кемдәрҙер тиҫкәрләнеп, илай башлаһа, икенселәре еңер өсөн алға шыуыша. Балаларына ата-әсәләре лә ярҙамлаша. Уларҙы төрлө уйынсыҡтар менән ылыҡтыра.
Уйынсыҡтарҙан тыш, телефон, машина асҡысы, фотоаппарат һәм бәләкәстәрҙе ҡыҙыҡтырыусы башҡа әйберҙәр финишҡа табан шыуышырға ярҙам итә. Бәйгенең талаптары ҡәтғи -  баланы алға этәрергә ярамай, ул юлды үҙе үтергә тейеш.  
Кескәйҙәр чемпионаты күңелле тамаша. Бәйге өсөнсө йыл йәй башында уҙғарыла. Ойоштороусылар уны Рәсәйҙең ҡалған ҡалаларында күреп, Өфөлә лә булдырырға була.
Артур Мусин, сараны ойоштороусы: «Беҙ 2013 йылда чемпионатты ойоштора башлағанда, ҡатнашыусылар булмаҫ тип ҡурҡҡайныҡ. Ләкин киреһенсә, йылдан-йыл бәйгегә күберәк бәпестәр килә. Сараның маҡсаты кескәйҙәргә һәм ата-әсәләргә шатлыҡ бүләк итеү. Чемпионатта һәр бәпес үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына ҡатнаша ала. Һәм минең уйлауымса, был көн ата-әсәләрҙең хәтерендә ҡала».
Юлды тиҙерәк үтеүселәр велосипед, сертификаттар менән бүләкләнде. Ә иң мөһиме, был ҡабатланмаҫ  минуттар фотоларҙа  һәм видеояҙмаларҙа  ғүмерлек иҫтәлек булып һаҡланасаҡ.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку